Шәфҡәт туташы эшмәкәрлеге мәрхәмәтлелек менән бәйле: ошо һөнәр эйәләре кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләүҙә, һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарыуҙа иң төп ролдәрҙең береһен уйнай. Һөнәри сифаттарҙан һуң, миһырбанлы күңел дә кәрәк: юҡһа тормошта төрлө хәлгә тарыған, ауырып киткән төрлө йәштәге кешеләргә улар нисек ярҙам күрһәтһен?
Баш ҡаланың 22-се “Ашығыс ярҙам” клиник дауаханаһында ике тиҫтә йылға яҡын шәфҡәт туташы булып эшләгән Эльвина Бәшәрова, пациенттарға ҡайһы саҡта дарыуҙан бигерәк, йылы һүҙ, матур ҡараш, уларҙы тыңлай һәм йәлләй белеү мөһим, тип белдерә.
Ул Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫкән. 2000 йылда, мәктәпте тамамлағас, Өфө медицина училищеһына уҡырға ингән.
– Өс йыл тырышып, һөнәремде яратып уҡыным. 2003 йылда, июлдә диплом яҡланым, ә 1 августан баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” дауаханаһына, эренле хирургия бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә килдем. Тәүҙә дежур белгес булдым, тәүлек әйләнәһенә эшләгән мәлдәр ҙә булды, мәгәр быларҙың барыһы ла тәжрибә туплау, һөнәрҙең нескәлектәрен өйрәнеү өсөн бик тә кәрәк ине, – ти Эльвина Әкрәм ҡыҙы.
Әлеге ваҡытта процедуралар яһау оҫтаһы, квалификациялы белгес – эренле хирургия һәм колопроктология бүлегенең алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәренең береһе.
– Дөрөҫөн әйткәндә, бала саҡта табип йә шәфҡәт туташы булам тип хыялланманым мин. Үҫә төшкәс, атайым менән әсәйем: “Ҡыҙым, медицина юлынан барһаң ине. Файҙалы ла, миһырбанлы ла һөнәр. Кешеләргә лә, яҡындарыңа ла ярҙам итә алырһың, һәр саҡ башҡаларға кәрәкле булырһың”, – тип күңелемә орлоҡ һалды. Тап уларҙың йүнәлеше, кәңәше буйынса медучилищеға килдем һәм бер ваҡытта ла үкенмәнем. Шул тиклем оҡшаны, өс йылды мауығып, һөнәремде яратып уҡыным һәм дөрөҫ юл һайлағаныма шикләнгәнем булманы. Беренсенән, ысынлап та, кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләүгә өлөш индереүемә, ярҙам итә алыуыма шатланам. Унан, мин бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡмын. Һуңғы йылдарҙа донъялағы пандемияға бәйле хәл медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен дә күбәйтте, шул уҡ мәлдә бәҫен дә күтәрҙе, баһаһын да арттырҙы, шуға ла һөнәрем менән ғорурланам, һәр ғәмәлде еренә еткереп башҡарырға тырышам.
Әйткәндәй, “ҡыҙыл зона”ла эшләү тәжрибәм дә ярайһы ҙур, хәҙер ковид-госпиталдә өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарам. Һауа үткәрмәгән костюмдарҙа, битлектә, махсус күҙлектә эшләү еңел түгел, унан, ауыр хәлдәге кешеләргә лә өмөт бирәһе, уларҙы дауалайһы бар – шуға беҙ көслө, тыныс булырға, эште һөҙөмтәле башҡарырға тырышабыҙ, хеҙмәттәштәр менән татыубыҙ һәм һәр саҡ үҙ-ара ярҙамға әҙербеҙ.
Сирлеләргә килгәндә, уларҙың күбеһе ковид-госпиталгә ауыр хәлдә эләгә, араларында оло йәштәгеләр бик күп. Уларҙы ҡарау, дауалау йәһәтенән хеҙмәттәштәремдең түҙемлеге, һөнәри яуаплылығы алдында баш эйәм, – ти Эльвина Әкрәм ҡыҙы.
Тәжрибәле белгес ҡәҙимге санитария-эпидемиология ҡағиҙәләрен үтәргә, сирләп киткән осраҡта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә, сирҙе үҙаллы дауаламаҫҡа һәм аҙҙырып ебәрмәҫкә саҡыра. “Дауаханаға эләгергә бер кемгә лә яҙмаһын! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ваҡытында коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатығыҙ һәм абай булығыҙ!” – ти Эльвина Бәшәрова.
Хеҙмәттәштәре араһында абруй яулаған шәфҡәт туташы ун йәшлек ҡыҙ үҫтерә, уны ла киләсәктә эше һәм йәшәйеше менән бәхетле кеше, лайыҡлы белгес итеп күрергә хыяллана. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, ти яҙмабыҙ геройы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА