Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Апрель 2022, 11:20

60 операция яһатҡан

Башҡортостан ДТРК-һы.
Фото:Башҡортостан ДТРК-һы.

Һөйләшеү һәләтен ҡайтарыу өсөн нисә операция яһатырға кәрәк? Альберт исемле пациентҡа тулыһынса һауығыу өсөн 60 әмәлиәт тә етмәгән, бөгөн ул йәнә яңыһына өмөт итеп килгән.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының отоларингология бүлегендә тауышты ҡайтарыу буйынса үҙенсәлекле ғәмәлдәр башҡарыла.

Үкенескә ҡаршы, донъяла тулы­һынса дауалай алмаҫлыҡ сирҙәр етерлек. Боғаҙ папилломатозы шундайҙарҙан, ул – операция ярҙа­мында киҫеп алған һайын яңынан үҫеп сыға торған шеш.

“Мин тауышымды контролдә тота, теләгәнсә һөйләшә, шымыраҡ йәки ҡысҡырыбыраҡ әйтеүҙе көйләй алмайым. Айырыуса урамда ҡыйын, мине бер кем ишетмәй. “Баллап сәй эс, тауышың асылыр”, тип кәңәш бирәләр, сөнки хәлемде аңламайҙар, аңлатыуы ла ауыр”, – ти ул.

Егет папилломавирус менән донъяға килгән мәлдә үк зарар­ланған. 23 йәшендә тамағына 60 операция яһатырға өлгөргән. Ә бы­на Рафаэль, ниһайәт, тауыш сы­ғара алыуына шатланып бөтә алмай. Табиптар ике йыл буйы йүнләп һөйләшә алмаған ирҙең тауышын ҡайтара алған. Тамаҡтағы полипты алғас, һаҡланырға кәрәк. Тауышты күтәрергә, тәмәке тартырға ярамай.

Табиптарҙың хеҙмәтен бик нескә, үҙенсәлекле эшкә тиңләйҙәр. Операцияларҙы микроҡоралдар ярҙамында башҡаралар. Тамаҡ мускулдарына зыян килтермәү өсөн үтә һаҡ эшләргә кәрәк.

Ауыр патологияларҙы дауалау ҙур, ҡатмарлы хеҙмәт талап итә. Уларға тамаҡтан, танау һәм ҡыҙыл үңәстән сит предметтарҙы алырға ла тура килә. Тамаҡ сирҙәренең “йәшәреүен” дә күҙәтә хирургтар. Ҙур көсөргәнеш, еңел аҡыллылыҡ йыш ҡына сирҙәргә алып килә. Туҙанлы, бысраҡ бинала эшләү, артыҡ ҡысҡырып һөйләшеү, вирустар һәм ауырыған хәлдә тамаҡ ҡарлыҡҡан килеш эшкә йөрөү патологияларға алып килә, тип аңлата табиптар.

Дауахана хирургтары, йыл һа­йын меңәрләгән пациентҡа ҡат­марлы операциялар яһап, тауышты һәм тын алыуҙы тергеҙергә ярҙам итә. Өндәшмәүең – мең алтын, ти­һәләр ҙә, пациенттар бының менән һис кенә лә килешә алмай, һөй­ләшеү, аралашыу һәләтен ҡай­тар­ған табиптарға бары рәхмәт уҡый.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: