Танышым ҡустыһының самолетҡа ултырырға, хатта лифтҡа инергә ҡурҡыуын һөйләне. “Уның өсөн магнит-резонанс томографияһын үтеүе бер бәлә, ябыҡ, тар урындарҙан ҡурҡа, хәүефләнеү тойғоһонан арына алмай”, – тип борсолоуы менән уртаҡлашты. Психиатрҙар, психотерапевтар был хаҡта нимә ти?
Баҡһаң, бындай хәүефләнеү торошонан ҡотолоу әмәле лә бар икән. Белгестәр телендә ябыҡ урындарҙа хәүефләнеү тойғоһон кисереү клаустрофобия тип атала. Ҡурҡыу тойғоһонан төрлө йәштәге кешеләрҙең яфаланыуы мөмкин. Сәбәптәре күп, бала саҡта алған стрестан алып генетик үҙенсәлектәргә тиклем. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ҡайһы саҡта хәүефләнеү тойғоһо көндәлек тормошта ныҡ ҡамасаулай. Планета халҡының 12 проценты ошо хәлдән яфалана, күпселеге – ҡатын-ҡыҙ. Лифт, тоннель, метро, душ кабиналары, самолет, барокамера һәм башҡа шундай ябыҡ рәүештәге урындар ҡурҡыу тойғоһон тыуҙыра. Кемдер еңелсә борсолһа, ҡайһы берәүҙәр паникаға бирелә. Клаустрофобия кешенең хәл-торошонда төрлөсә сағыла, ундағы ҡурҡыу дәрәжәһен айырым баһалайҙар. Тын алыу ауырлашыуы, баш әйләнеүе, ҡалтырау, тирләү, күкрәктә ауыртыныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Кеше контроль юғалтыуҙан ҡурҡа, хәүефләнеү тойғоһон еңә алмауына ҡайғыра.
Ҡасандыр кисергән стрестар, ҡайғы-хәсрәт, бала саҡта алған психологик яралар клаустрофобияға килтереүе мөмкин, тип иҫәпләй табиптар. Мәҫәлән, ата-әсә баланы “уҡытыу”, һабаҡ биреү өсөн ҡараңғы бүлмәгә бикләһә, йәиһә бала шкафҡа йәшеренеп, уны аса алмаһа, бындай ҡурҡыу тойғоһо ғүмерлеккә ҡалыуы ихтимал. Тирә-яҡтағы мөхиттең дә кешегә йоғонто яһауы билдәле. Мәҫәлән, ғаиләлә ошондай ҡурҡыу тойғоһо хас булған кеше менән йәшәгәндә баланың да уның хәүефләнеүен үҙләштереүе мөмкин. Психотерапевтар әйтеүенсә, клаустрофобияны дауалау өсөн бөтә медицина саралары ла, ысулдар ҙа етерлек. Өйәнәктәрҙән ҡотолоу өсөн антидепрессанттар, транквилизаторҙар ҡулланалар. Тик улар дауаламай, бары ҡурҡыу тойғоһонан арындыра. Дөрөҫ терапияны табип-психиатр ғына билдәләй ала.
Фото: style.rbc.ru