Йортта йәки фатирҙа ремонт эше хужанан күп көс, ваҡыт һәм байтаҡ аҡса талап итә. Һуңғы осорҙа төҙөлөш материалдарына хаҡтар күтәрелеүе лә эште ҡатмарлаштырҙы. Проблемалар күп булыуға ҡарамаҫтан, хужа иң тәүҙә өйҙә ҡулланыласаҡ материалдар сифатына иғтибар итергә тейеш, сөнки ғаилә ағзаларының сәләмәтлеге уларға бәйләнеүе ихтимал. Әгәр материалды дөрөҫ һайламаһағыҙ, уның оҙаҡ йылдар дауамында аҡрын ғына сәләмәтлегегеҙҙе ҡаҡшатып, организмығыҙҙы ағыулап, төрлө сирҙәргә юлыҡтырыуы мөмкин.
Мәҫәлән, иҙәнегеҙгә нимә түшәргә йыйынаһығыҙ? Күптәр материалдар араһында зыян килтермәй торғандары булыуы тураһында ла, хәүефле япмалар барлығы тураһында ла уйлап тормай. Кеҫәһендәге аҡсаһынан, ваҡыттың тығыҙлығынан сығып, мәсьәләне тиҙ хәл итә.
Линолеум шуларҙың араһынан иң “абруйлыһы”, арзан да, иҙәнгә түшәүе лә анһат. Уның ниндәй генә төҫтәгеләре юҡ! Тораҡтарҙа түшәү өсөн тәбиғи һәм көнкүреш төрҙәре файҙаланыла. Тәүгеһе ағас онтағынан, етен майынан һәм үҫемлек ыҫмалыларынан тора, кеше сәләмәтлеге өсөн бер ниндәй хәүефе юҡ, өҫтәүенә дымлы урындарҙа үңәҙ бәшмәксәләренә үрсергә ирек бирмәй. Тик хаҡының ҡиммәт булыуы һатып алыусыларҙы уйландыра. Көнкүреш линолеумы технологияһы буйынса тәбиғи линолеумды етештереү технологияһына оҡшаш, айырма бары уның яһалма компоненттар нигеҙендә эшләнеүендә. Хәүефле яғы – япманың составына ингән химикаттарҙың тейешле кимәлдә таҙартылмауында. Линолеумдың өҫкө һаҡлағыс ҡатламының үҙенсәлектәре ваҡыт үтеү менән түбәнәйә. Айырыуса ҡояш төшкән йәки “йылытылған иҙән”ле бүлмәгә уны йәйеү хәүефле. Юғары температура токсик матдәләрҙең – ыҫмала парҙарының, винилхлоридтың, хлор водородының айырылып сығыуын тиҙләтә. Линолеумдың хаҡы ни тиклем түбәнерәк, шул тиклем хәүефлерәк икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Уны нисек һайларға?
Тәүге талап: япманың һаҡлағыс ҡатламы ҡалынлығы 0,8 миллиметрҙан да кәм булмаһын. Икенсе кәңәш: уны балалар йоҡлаған йәки “йылы иҙән” йәйелгән бүлмәгә түшәмәгеҙ.
Хәҙер күптәр иҙәнгә ламинат йәйеүҙе хуп күрә. Уның нигеҙен акрил йәки поливинилхлорид менән ҡапланған ағас-юнысҡы плита (ДСП) тәшкил итә. Ламинатта ҡулланылған поливинилхлорид яҡшы таҙартылғанға күрә, бары янғанда ғына ағыулы матдәләр бүлеп сығара. Юғары температурала йәки пластик һаҡлағыс ҡатламы зарарланғанда формальдегидтың парға әйләнеүе, тын юлдарын зарарлауы ихтимал. Һуңғы йылдарҙа ламинаттың яңы хәүефһеҙ төрө барлыҡҡа килде. Уның елем нигеҙе сифатында ыҫмала түгел, ә ағас лигнины файҙаланыла. Бындай ламинатты батареялар эргәһендә лә, “йылы иҙән” түшәлгән бүлмәләрҙә лә йәйергә мөмкин.
Фото:kakprosto.ru