Инсулин етмәүе, һөҙөмтәлә ҡанда глюкозаның артыуы, тағы аҙыҡ менән углеводтарҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы сәбәпле шәкәр диабеты барлыҡҡа килә, ти белгестәр.
Беҙ көн һайын ҡулланған аҙыҡ ҡанға шәкәр (глюкоза) биреп, бөтә тән буйлап тарала һәм энергия сығанағы булып тора. Әгәр организм был шәкәрҙе дөрөҫ файҙаланмаһа, уның ҡандағы кимәле норманан арта. Был ҡанда һәм бәүелдә шәкәрҙең күбәйеүенә килтерә.
Шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүенең төп сәбәптәре — дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ тән ауырлығы. Өҫтәүенә, сирҙең нәҫелдән күсеүе ихтимал, ауырыу йәки йәрәхәт һөҙөмтәһендә көсөргәнеш кисереүҙең дә ауырыуға юлыҡтырыуы мөмкин.
Саманан тыш күп ашау, организмға физик эш, көсөргәнеш етмәүе, өйҙәге, эштәге күңелһеҙ хәлдәр, стресс — шәкәр диабетына килтергән төп сәбәптәр. Матдәләр алмашыныуы - углеводтар, майҙар, аҡһымдар әйләнеше тиккә генә боҙолмай. Нәҡ ошо тайпылыштарға бәйле лә инде шәкәр диабеты.
Глюкоза — организмдағы төп энергия сығанағы. Аш һеңдереү тракты аша ул барлыҡ күҙәнәктәргә лә тарала. Ләкин глюкозаны энергияға әйләндереү өсөн инсулин гормоны кәрәк. Ул ашҡаҙан аҫты биҙендә барлыҡҡа килә. Тап ул глюкозаның күҙәнәктәргә үтеүен тәьмин итә. Шәкәр диабеты йәки шәкәр сире организмда инсулиндың бөтөнләй бүленмәгән йәки әҙләп бүленгән осраҡтарында барлыҡҡа килә.
Шәкәр нормаһы:
*14 йәшкә тиклемге балаларҙа — 3,33-5,55 ммоль/л;
* өлкәндәрҙә — 3,89-5,83 ммоль/л;
* 60 йәштән уҙғандарҙа — 6,38 ммоль/л;
* ауырлы саҡта — 3,3-6,6 ммоль/л булырға тейеш.
Һау-сәләмәт булайыҡ, сәләмәтлек менән бәйле ниндәй ҙә булһа проблемалар борсой икән, табиптарға күренеүҙе ғәҙәт итәйек.
Фото: health.bashkortostan.ru