Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Май 2022, 22:32

Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк

cgon.rospotrebnadzor.ru
Фото:cgon.rospotrebnadzor.ru

Беҙ йыш ҡына тоҙ ҡабындағы “йодлаштырылған” тигән яҙыуҙы күреп, уны файҙалы тип ҡабул итәбеҙ. Баҡһаң, ҡапта тоҙҙоң сифатын  яҡшыраҡ билдәләгән тағы бер яҙыу бар икән. Ғәҙәттә, ул ваҡ хәрефтәр менән яҙыла. Рәсәй эндокринологтар ассоциацияһы ағзаһы, табип-эндокринолог Арсений Русанов ниндәй тоҙҙоң файҙалы булыуын  беҙгә аңлатмаҡсы.

Табип әйтеүенсә, кеше организмында йод үҙенән-үҙе синтезланмай, уның запасы аҙыҡ һәм һыу менән инергә тейеш. Йодты тейешенсә кимәлдә ҡулланмау төрлө сиргә юлыҡтырыуы ихтимал.

– Ҡалҡан биҙе сирҙәре һинең ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамай, теләгән ваҡытта ҡалҡып сыға, шул иҫәптән балаларҙа ла, – ти табип. – Ҡарындағы тыуасаҡ баланың  ҡалҡан биҙе өсөнсө аҙнала уҡ үҫешә башлай, тимәк, ошо мәлдән үк уның функцияларын контролдә тоторға кәрәк. Өлкән кешегә тәүлегенә 150 микрограмм йод кәрәк. Бындай миҡдар йодлаштырылған биш грамм тоҙҙа бар. Был бер балғалаҡ тоҙ тигән һүҙ. Һатып алғанда ҡаптағы ошо маркировкаға иғтибар итегеҙ: ГОСТ Р 51575–2000. Был тоҙҙо аш-һыу әҙерләгәндә, әҙер аҙыҡҡа өҫтәгәндә ҡулланырға мөмкин, – тип аңлата табип.

Шул уҡ ваҡытта гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары, бөйөр патологияһы, һимеҙлектән интеккән кешеләргә тоҙ менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: