Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Май 2022, 08:30

Ауылда дауаланыу мөмкинлектәре арта

Тәүге яңы объекттар Краснокама районының Карякин ауылында, Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡ-Шишмә, Ҡолош, Үтәгән ауылдарында ҡалҡып сығасаҡ.  

Ауылда   дауаланыу мөмкинлектәре арта
Ауылда дауаланыу мөмкинлектәре арта

Май айы башланыу менән республикабыҙҙа “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы,  тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыуға тотондолар.

Был мөһим программа Рәсәйҙә 2021 йылдың 1 ғинуарынан старт алды. Быйыл республикала халыҡты сифатлы һәм заманса медицина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн  44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырыла. Тәүге яңы объекттар Краснокама районының Карякин ауылында, Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡ-Шишмә, Ҡолош, Үтәгән ауылдарында ҡалҡып сығасаҡ.  Әле урындарҙа модуль конструкцияларын йыйыу бара. Ауыл ерҙәрендә яңы ФАПтар асылыуы республиканың алыҫ төбәктәрендә йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамын күпкә яҡшыртасаҡ.

 Баймаҡ районында ла халыҡ яңы поликлиниканың сафҡа инеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Сменаһына 300 кешене ҡабул итәсәк өс ҡатлы  медицина учреждениеһын ошо йыл аҙағына тапшырырға тейештәр.   Ә бына саҡмағоштар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән яңы поликлиника  асылыуын шатланып ҡаршыларға өлгөрҙө.

“Өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһынан, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан торған   ҙур объектты район халҡы 15 йылдан ашыу көтөп алды. Был “беҙ бергәләп эшләһәк, булдырабыҙ,” тигән принцип менән  халыҡтың башланғысы буйынса команда эшенең сағыу миҫалы булды”, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең етәксеһе Максим Забелин. Ул поликлиниканың бөтә заманса стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап биреүен, яңы технологиялар менән йыһазландырылыуын билдәләп, “Һаулыҡ һаҡлау” милли  проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙамы өсөн Рәсәй Президентына рәхмәт белдерҙе.

 Һаулыҡ һаҡлау системаһында тәүге медицина звеноһын үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә.  Республика етәкселегенең ФАПтарҙы һаҡлауға, яңыларын төҙөүгә, заманса дауаханалар һалыуға ыңғай мөнәсәбәтен билдәләмәү мөмкин түгел. Ҙур көсөргәнеш менән эшләгән тәүге звено хеҙмәткәрҙәре бындай хәстәрлеккә, ысынлап та, лайыҡ. “Яңы поликлиниканың район халҡына оҙаҡ хеҙмәт итеренә ышанабыҙ. Заманса медицина учреждениеһы, яңы сифатлы технологиялар  ярҙамында районда демографик хәлде  яҡшыртыуға өмөтләнәбеҙ”, - тине райондың хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев.

Ә бына республика баш ҡалаһында Өфөнөң 450 йыллығына һуғыш ветерандары өсөн  Республика клиник госпитален  төҙөү медицина өлкәһендә ҙур яңылыҡ буласаҡ. Әлегә ул 1862 йылғы иҫке бинала көн күрә, туҙыу күрһәткесе 90 процент тәшкил итә.  Боҙ урынынан ҡуҙғалды,  550 урынға иҫәпләнгән, пациенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған  яңы супер-заманса госпиталь төҙөләсәк, тигән  ҙур  ышаныс бар күңелдә.  Белеүебеҙсә, Башҡортостанда хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙән өлкәнерәктәр һаны артыуға бара. Шуға күрә махсус гериатрия ярҙамы күрһәтеү йылдар дауамында  көн үҙәгендә торасаҡ.

 Республика райондары буйлап “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итеүе  лә ауыл кешеләренең медицина ярҙамына мохтажлығын кәметә.  Быйыл  акция башланғандан алып  туғыҙ меңгә яҡын  кеше ҡабул ителеп,  алты меңдән ашыу  тикшереү үткәрелгән.

  Рәсәй Президентының  “Рәсәйҙе үҫтереүҙә милли маҡсаттар тураһында”ғы Указына ярашлы,  илдә  көтөлгән ғүмер оҙайлығы 2030 йылға 77 йәшкә етергә тейеш.  Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн тәү сираттағы бурыстарҙы үтәү мөһим.  Уларҙың араһында ҡан әйләнеше, яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү, сабыйҙар  һәм эшкә һәләтле йәштәгеләр үлемен ҡыҫҡартыу, медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөү , халыҡтың медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу мәсьәләләре бар. Республикала “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын тормошҡа ашырыу, медицина учреждениеларын табиптар һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү буйынса артабан да эш дауам итәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: