Белгестәр пластик операцияһыҙ ҙа йәш күренеүҙең ете сере хаҡында белдерә. Улар тураһында – түбәндә.
Иң беренсе сиратта – йоҡо. Кем иртәрәк ятып, ете сәғәттән күберәк йоҡлай, ошо кешенең организмында йәшлек гормоны – мелатонин – барлыҡҡа килә икән.
Икенсе урында – мөмкин тиклем көсөргәнешле хәлдәрҙе булдырмау һәм тик яҡшы уй-ниәт менән йәшәү.
Өсөнсөнән, саф һауала күберәк йөрөү.
Дүртенсенән, алкоголь ҡулланмау һәм тәмәке тартмау.
Бишенсенән, ҡояштан һаҡланыу зарур. Юғиһә, туранан-тура төшкән ҡояш нурҙары тәндең һығылмалылығын һәм ныҡлығын тәьмин иткән коллагенды кәметә.
Тәмле, шәрбәт ризыҡты яратыу ҙа яҡшыға түгел. Белгестәр, артыҡ глюкоза – тәндең ҡартайыуына килтергән алтынсы сәбәп, тип билдәләй.
Ниһайәт, етенсе сәбәп – климат үҙгәрештәренән һаҡланыу. Шуға тыуған ерҙең тәбиғәт үҙенсәлектәренән артыҡ айырылмаған урындарҙа ял итеү яҡшыраҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА