Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Май 2022, 09:00

Ябай үлән генә тимәгеҙ

Бөтнөктө нисек итеп дөрөҫ файҙаланырға?

Ябай үлән генә тимәгеҙ
Ябай үлән генә тимәгеҙ

Бөтнөк үләненең файҙалы яғы тураһында һәр кем белә: ул ҡан баҫымын төшөрә, ҡанды шыйығайта, тынысландыра, бауырҙы дауалай, мейеләге ҡан әйләнешен һәм ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта. Шулай уҡ климакс ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙың хәлен еңеләйтә ала. Үт бүленеп сығыуын көсәйтә, йөрәккә һәм ҡан тамырҙарының хәл-торошона ыңғай тәьҫир итә. Баш ауыртҡанда һәм йоҡлай алмай интеккәндә ярҙам итә.

Кире яғына ла иғтибар итеү зарур. Составында ҡатын-ҡыҙ фитоэстрогены булыу сәбәпле ирҙәргә оҙаҡ ваҡыт дауамында бөтнөктө ҡулланыу кәңәш ителмәй. Ҡан баҫымы түбән, юғары әселекле гастрит, үттә таш булған осраҡтарҙа (ҡуҙғатыуы мөмкин) шулай уҡ ҡулланыу ярамай. Аллергия тыуҙырмаймы - был турала ла аныҡ белергә тейешһегеҙ.

Бөтнөк үләнен сәй кеүек әҙерләп эсергә мөмкин. Уны башҡа дарыу үләндәре менән бергә ҡулланғанда, бик көслө тәьҫирле дауалау сараһы килеп сыға. Мәҫәлән, ҡан баҫымы юғары булғанда шундай төнәтмә яһарға була: тигеҙ өлөштә кипкән бөтнөк, ромашка, мелисса үләнен һәм энәлек емешен алып - барыһы бергә бер ҡалаҡ алына - ярты литр ҡайнар һыуҙа бешекләп һәм ярты сәғәт төнәтеп, һөҙөргә лә көн дауамында икегә йәки өскә бүлеп ас ҡарынға эсергә.

Нервыны тынысландырыу өсөн. Өсәр өлөш бөтнөк һәм арыҫлан ҡойроғо үләне (пустырник), икешәр өлөш бесәй үләне тамыры (валериана) һәм ҡомалаҡ тубырсығынан өҫтәге кеүек әҙерләп ҡулланырға була.

Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә. Биш өлөш мелисса, дүрт өлөш мәтрүшкә, өсәр өлөш ала миләүшә (лаванда), ҡанүлән (чабрец) һәм бөтнөктән шул уҡ ысул ярҙамында төнәтмә яһап эсергә мөмкин.

Әйткәндәй, бөтнөк япрағы аш-һыу тирәһендә лә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, уны һалһаң, һөт тиҙ әсемәй. Хуш еҫе аппетитты баҫа, тимәк, күп ашауҙан ҡотҡара. Кистән байрам итеүселәр иртәгәһен уны сәй итеп эсһә, хәлдәрен бермә-бер еңеләйтә.


Фото:tgc9.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: