Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Май 2022, 12:22

Һаулығығыҙға һаҡсыл ҡарағыҙ

oldeem.ru
Фото:oldeem.ru

Һаулыҡ булғанда тормош та көйлө, йәшәү ҙә йәмле. Был йәһәттән дөрөҫ туҡланыуҙың сәләмәтлек өсөн мөһим һәм әһәмиәтле икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Ул – бәхетле, оҙон, тулы ҡанлы, әүҙем тормош алып барыу нигеҙҙәренең береһе. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлектән баш тартыу артыҡ килограмдарҙан тиҙерәк ҡотолдора.

Беренсенән, пакеттағы һуттарҙан баш тартырға кәрәк, сөнки уларҙа шәкәр күп. 100 миллилитр эсемлектә яҡынса 45 килокалория бар. Ошоно иҫәпкә алһаҡ, бер литр һутта 450 килокалория булып сыға. Икенсенән, майонез да, һатып алынған соустар ҙа юғары калориялы аҙыҡ-түлек булып тора. Аҡ май ҙа майонездан ҡалышмай. Улар ҙа организм өсөн зыянлы.

Мюсли кеүек тиҙ әҙерләнә торған бутҡаларҙа ла шәкәр күп, шуға күрә уларҙы ла орга­низм өсөн файҙалы тип әйтеп булмай. Көнбағыш һәм сәт­ләүек кеүек юғары калориялы аҙыҡты ла, ябығырға телә­һә­геҙ, ашарға тырыш­мағыҙ. Дө­рөҫ туҡланыу менән бер рәт­тән, йылдың һәр миҙ­гелендә лә иммунитетты ны­ғы­тыу зарур. Тымау тейгән осраҡта иһә табиптарҙың ошо йәһәт­тән ябай ғына кәңәштәре һеҙ­ҙең өсөн тик файҙаға булыр.

l Берәр аш ҡалағы аҡ сәс­кә, йүкә сәскәһе һәм гөлйе­меште һалып 20 минут төнә­тергә, шунан әҙер ҡайнатманы һөҙөп алырға кәрәк. Көнөнә 1/3 стакан эсеү яҡшы.

l Гөлйемеш С витаминына бай, шуға уны ауырыған саҡта йышыраҡ эсергә кәңәш итәләр. Ике аш ҡалағы емеште ҡайнаған һыуға һалып төнгөлөккә төнәтегеҙ. Уны иртән сәй урынына эсеү бигерәк тә файҙалы.

l Ер еләге япрағын сәйгә ҡушып эсеү ҙә организмдан сирҙәрҙе сығарыуға һәләтле.

l Ҡурай еләгенең япраҡ­тары ла иммунитетты нығы­тыу өсөн шәп. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 20 минутҡа төнәтергә ҡуйырға һәм көн дауамында эсергә кәрәк.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: