Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Май 2022, 12:23

Эскән сәйең файҙалы булһын

boombate.com
Фото:boombate.com

Имбирҙән сәй холестерин кимәлен түбәнәйтеүгә, яман шеште иҫкәртергә ярҙам итә. Үҫемлек тамырындағы гингерол матдәһе – онкологияға ҡаршы көрәштә һәйбәт сара.

Ғалимдар билдәләүенсә, им­бир­ҙе йәшел сәй менән бергә ҡул­ланыу икеләтә файҙалы. Тик­шереүҙәр күрһәтеүенсә, көн һа­йын ике грамм имбирь экстрактын файҙаланған 30 кешенең эсәк-ҡарынында яман шеш бар­лыҡҡа килеү ихтималлығы кәмегән.

Бынан тыш, имбирь үҙенең сос­та­вындағы салицилат ярҙа­мында ҡан баҫымын контролдә тоторға булышлыҡ итә. Әйткән­дәй, был матдә аспириндың составында ла бар. Шулай итеп, имбирь иммунитетты нығыта һәм һыҙланыуҙарҙы бер аҙ кәметә.

Имбирҙән сәй тештәргә лә ың­ғай йоғонто яһай. Ундағы матдә­ләр ауыҙ ҡаҙнаһын гингивит һәм пародонтит кеүек сирҙәрҙе бар­лыҡҡа килтергән бактерияларҙан һаҡлай. Ә уның составындағы яман шешкә ҡаршы көрәшкән гингерол ғүмерҙе оҙайта.

Әйткәндәй, ябай һыу  тән ауырлығын кәметеүгә булышлыҡ итә икән. Бының өсөн иртән йо­ҡонан уянғас, сәй йәки ҡәһүә урынына бер стакан һыу эсергә кәрәк. Артабан 45 минут үткәс кенә, иртәнге туҡланыуҙы башларға кәңәш ителә. Ошонан һуң ике сәғәт дауамында бөтөнләй ризыҡланмау яҡшы.

Иртән эселгән бер стакан һыу һәм сама менән ашау ярҙамында кеше артыҡ тән ауырлығынан ҡо­тола ала. Ошо ҡағиҙәләр үтәл­гәндә, организмда шәкәр кимәле, артериаль ҡан баҫымы нормал­ләшә икән. Бынан тыш, Япония­ның Медициналар ойошмаһы (JMA) хәбәр итеүенсә, был иртән­ге процедура организмдан ток­син­дарҙы сығара, үҙәк көйөүенән ҡотолдора, метаболизм процесын шәбәйтә.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: