“Крәҫтиәндәр сәйгә аҡса сарыф итмәҫ өсөн уның урынына ҡайын ороһон бешерә. Ә доктор Масленников аптырай: был ауылда яман шеш юҡ”, - тип яҙа Александр Солженицын үҙенең бер әҫәрендә.
Чага – ҡайын бәшмәге. Ғүмере буйына ул туҡлыҡлы матдәләрҙе, ағас һутын, шулай уҡ паразиттарҙан һаҡланыу өсөн ҡайын етештергән антиесемдәрҙе үҙ эсенә йыя. Составы йәһәтенән бик үҙенсәлекле, әммә хәүефһеҙ, йәғни көн һайын сәй кеүек эсергә мөмкин. Чага онкологияны дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә файҙаланыла.
Уның файҙалы үҙенсәлектәре:
Чаганан сәй әҙерләү
Ҡайын ороһон ағасҡа зыян килтермәй генә алғас, ваҡлап, киптерәбеҙ. Тәмен төрләндереү өсөн мәтрүшкә, гөлйемеш һәм башҡа үләндәр ҡушып та эсергә мөмкин.
Төнәтмә (сәй) әҙерләү ысулы икәү. Тәүгеһе дөйөм иммунитетты нығытыу, организмды таҙартыу, аш эшкәртеүҙе яйға һалыу өсөн: сәйнүккә бер-ике балғалаҡ онталған чага һалығыҙ. Өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 минутҡа ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк һәм кискеһен сәй урынына эсергә мөмкин.
Икенсе ысул – хроник һәм етди сирҙәрҙән дауаланырға теләүселәр өсөн.
Бер литрлыҡ термосҡа 3-5 сәй ҡалағы чага һалырға. Эҫе һыу ҡойоп, 6-10 сәғәт төнәтегеҙ. Файҙаһынан башҡа зыяны юҡ, әммә сама белеп эсегеҙ. Ғөмүмән, халыҡ медицинаһы алымдары менән дауалана башлар алдынан иң тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ.
Бына шундай файҙалы көскә эйә ул чага. Шуға күрә ҡайын урманында йөрөгәнегеҙҙә ағаста оро күрһәгеҙ, үтеп китмәгеҙ, ҡайынға зыян килтермәй генә алып ҡайтып, шифаһын күрегеҙ. Сәләмәт булығыҙ!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/esoteric.world