Бөтә яңылыҡтар

“Ҡәйнәм әрләшһә, яҡшыраҡ булыр ине...”

Ҡәйнәһе бәлеш киҫәген тешләп кенә  ҡараны ла “маҡтарға” кереште: “Былай булғас, байырбыҙ инде, бигерәк һаҡсыл, һаран икәнһең. Тоҙ ҙа һалмағанһың!”

“Ҡәйнәм әрләшһә, яҡшыраҡ булыр ине...”
“Ҡәйнәм әрләшһә, яҡшыраҡ булыр ине...”

Ниңәлер тормошта яҡшыларына ҡарағанда яман ҡәйнәләр тураһында күберәк һөйләйҙәр, тәнҡитләйҙәр, ләстит һаталар. “Иң яҡшы ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе килә”, тигәнде ишетеп, ҡайһы саҡ сәстәр үрә тора. Улын яратҡас, уның берҙән-бер әсәһен нисек ҡабул итмәҫкә мөмкин?..

Әлфиә лә йәш сағында шулай уйланы. Мыжыҡ, йомортҡа ҡабығынан йөй эҙләгәндәй, һәр аҙымыңды тикшереп, хилафлыҡ ҡына тапҡан ҡәйнәгә  ярау ауыр булһа ла, яҡшылығың менән яманлыҡты еңеп буласағына һәр саҡ ышанып йәшәне.

Ире Фәнүрҙең әсәһе телгә бөткән, үҙ һүҙен һүҙ итергә яратҡан, ҡылтым ғына ҡатын икәнлеге күптән билдәле булһа ла, Әлфиә артыҡ бошонманы.  “Ярай, нимә әйтһә, шуны эшләрмен, бешерә беләм, ят ризыҡ-фәлән әҙерләүҙе һораһа, өйрәнермен. Кәрәкһә, иҙәнен биш тапҡыр йыуып сығара алам. Барыһы ла ваҡытлыса бит,”- тип алдан үҙен әҙерләне йәш кәләш.

Тик ул уйлағанса булманы. Тәүге көндәрҙә әкиәттәге Мәскәй әбей образын хәтерләткән ҡәйнәһенең төртмә теллелегенә, һүҙҙәренең әселегенә, уҫаллығына хайран ҡалды.  Улының хупламауын, ҡырын ҡарашын тойһа ла, Хөмәйрәнең иҫе китмәне. Бәлки, юрый  ғына киленен һынау, бер аҙ ҡыҫымға алыу өсөн  шулай ҡыланалыр?

Әлфиә ял көнө иртә менән тороп, йәһәт кенә ҡамыр ҡуйып, төшкөлөккә бәлеш өлгөртә һалды. Ҡайныһы менән ире тәмләй-тәмләй ашаһа ла, ҡәйнәһе бер киҫәген тешләп кенә ҡараны ла көлөргә тотондо. Саҡ тамағына торманы, бер аҙ тынысланғас, ауыҙын йырып, “маҡтарға” кереште: “Былай булғас, байырбыҙ инде, бигерәк һаҡсыл, һаран икәнһең. Бәлешкә тоҙ ҙа һалмағанһың!”

Иртәгәһенә Әлфиә ҡәйнә менән ҡайныһын таныштарына машина менән илтеп ҡуйырға тейеш ине. Ҡабалана-ҡабалана әҙерләнеп урамға сыҡҡас, ул машина асҡысын онотҡанын иҫкә төшөрөп, йәнә өйгә йүгерҙе. Хөмәйрәгә был етә яҙҙы. ”Ҡара, Фәнүр, ҡатыныңда склероз башланған. Әгәр ул йоғошло булһа,  һинең мейеңде лә серетер әле!”– тип барыһы ла ишетерлек итеп  әйтте.

“Ярай, һин мине яратмайһың да, ҡабул итә лә алмайһың икән, ти. Һинән улыңды айырып алған ҡатындан көнләшәһең дә икән, ти. Барыһын да аңларға була, тик ниңә шул тиклем әрнетерлек  һүҙҙәр менән кешене яфаларға? Бындай мәғәнәһеҙ “шаяртыуҙарҙан” һуң  өйҙә тәрән тынлыҡ урынлаша, бөтәһенә лә уңайһыҙ, тик ҡәйнә генә ҡәнәғәтлек кисереп, шарҡылдап көлөүен дауам итә... Ҡасанға тиклем һуҙылыр был хәл?” – тигән уйҙарҙан Әлфиә тертләп китә.

Фәнүрҙең тыуған көнөндә табын артында ултырғанда Хөмәйрәнең тосын ишетеп, аҙ һүҙле, шымтай ҡайныһы ла тамаҡ ҡырғылап, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.  “Һиңә, улым, яҡшылыҡтар ғына теләйем. Бығаса лайыҡлы  тормош юлдашы таба алмаған булһаң, уны тиҙерәк эҙләп табыуыңды теләйем!” – тип барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Был һүҙҙәр Әлфиәнең йөрәгенә уҡтай ҡаҙалды. Фәнүр әсәһенең холҡона, ҡотҡо һалыуына күптән күнеккәнгә күрә, әллә ни ыжламаны, үҙен элеккесә тыныс тотто. “Әсәй, рәхмәт яҡшы теләктәрең өсөн. Борсолма, һөйгән йәрем эргәмдә ултыра”, – тине.

Әлфиә ҡәйнәһе менән йөҙгә-йөҙ осрашмаҫҡа тырышһа ла, бер йортта йәшәгәс,  ҡайҙа бармаҡ кәрәк. Төртмә теллелек асыҡтан-асыҡ тупаҫлыҡ, әшәке һүҙҙәргә күсә башлағас, ире  менән айырым йәшәү тураһында кәңәшләшергә булды. Баҡһаң, Фәнүр ҙә шул фекерҙә икән. Был хаҡта өлкәндәргә иртән белдерергә ҡарар иттеләр.

Әмәлгә ҡалғандай, Хөмәйрәнең таң алдынан кухняла аңын юғалтып йығылыуы пландарҙы юҡҡа сығарҙы. "Ашығыс ярҙам" саҡыртып, уны дауаханаға һалдылар. Ҡәйнәнең баш мейеһенең маңлай өлөшөндә ҙур шеш булыуы асыҡланған. Табиптар менән һөйләшкәндә улар әсәнең тәртибендә сәйер нимәләр күҙәтелеү-күҙәтелмәүе тураһында  белеште. Фәнүр уның ниндәйҙер дарыуҙар эскеләүен күреүен, баш ауыртыуына зарланыуын иҫкә төшөрҙө. “Кемдең был ҡатмарлы  донъяла  башы ауыртмаһын, ғәҙәти хәл, тип кенә  иҫәпләнек”, – тип көрһөндө улы. 

Әлфиә лә баҙнатһыҙ ғына һүҙгә ҡушылып, ҡәйнәһенең йыш ҡына сәбәпһеҙ ярһыу, тупаҫ булыуын телгә алды. Табип әйтеүенсә, баш мейеһе зарарланғанда  ундай хәлдең булыуы ихтимал.  Ә яҡындары, туғандары ауырыуҙың холҡондағы сәйерлектәргә күнегә, уны өлкәнәйеү, арыу ғәләмәте итеп кенә ҡарай. Кешегә ташланмай, һуғышмай, яланғас урамға сығып китмәй бит. Урынһыҙ әрләшеүе, тупаҫлығы, күҙ ҡарашының бушлығы, мәғәнәһеҙлеге кемде аптыратһын? Һәр кемдең ниндәй проблемалар менән йәшәгәнен ҡайҙан беләһең?

Хөмәйрә операциянан һуң яйлап аяғына баҫты. Барыһы ла уның эргәһендә өйөрөлдө, ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтте. Айырыуса Әлфиәнең ярҙамына мохтаж булды. Килене уға  асыу тотманы, киреһенсә, донъяны  дер һелкетеп йәшәгән  ҡәйнәһенең кеше көнлө булып, көндәр буйы телевизор ҡарап ултырғанын күреп,  йәлләне генә.  

Юҡ, Хөмәйрә Мәскәй әбей образынан сығып, фәрештәгә әүерелгән икән тип уйлай күрмәгеҙ. Уның холоҡ-фиғеле сиргә тиклемге сәләмәт торошона кире ҡайтманы, әлбиттә. Әйтерһең дә, ҡәйнәнең хис-тойғоларға,  шатлыҡ кисерештәренә яуаплы мөһим төймәһенә баҫып, уны һүндергәндәр – ул хәҙер шаяртмай ҙа, шарҡылдап көлмәй ҙә. Әле лә ул өҫтәлдәге кәнфиттәрҙе бер ҡулы менән һайлай-һайлай, зәңгәр экранға текәлгән. Хатта ҡайһы саҡ Әлфиәнең башына: ”Ҡәйнәм әрләшһә, яҡшыраҡ булыр ине...” – тигән уйҙар ҙа ирекһеҙҙән килеп инә.

Ҡыҫҡаһы, яҡындарығыҙға  иғтибарлы булығыҙ. Ҡайһы саҡта кешеләрҙең аңлайышһыҙ холоҡһоҙлоғо, сығырҙан сығарырлыҡ тәртибе ниндәйҙер сирҙәрҙең билдәһе булыуы ихтималлығын иҫкәртмәксе генә булдыҡ.

Фото:kvashenay-capusta. ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в