Беҙ сәләмәтлегебеҙҙең 10 – 15 процентының экологияға бәйле булыуын яҡшы беләбеҙ, шуға күрә “микропластик”, “пластик зарары” тигән терминдар менән танышбыҙ.
2004 йылда пластиктың донъяны бысратыуын өйрәнеү буйынса танылған белгес, диңгеҙ биологы Ричард Томпсон былай тип белдергәйне: “Хәҙер пластик сүп-сарҙың ни бары 10 процент тирәһе генә эшкәртелә, ҡалғаны, иртәгәме-һуңмы, океандарға эләгә, һыу һәм ультрафиолет нурҙары тәьҫирендә аҡрынлап ваҡ өлөшсәләргә тарҡала. Һөҙөмтәлә микропластик барлыҡҡа килә.
Пластиктың был төрөн таҙартып та, фильтр аша үткәреп тә булмай, улар тупраҡҡа, һыуға һәм һауаға эләгә. Ҡалдыҡ көнкүреш һәм сәнәғәт һыуҙары таҙартыу станциялары аша үткәндән һуң да төрлө организмдар өсөн ошо аҙыҡ “сылбырын” дауам итә”.
Тирә-яҡ мөхиткә эләккән ваҡ ҡына пластик өлөшсәләр хәүефле матдәләрҙе туплау һәләтенә эйә. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ҡайһы берәүҙәрҙең организмында пластиктың төрлө төрҙәрен тапҡандар. Был эштә ҡатнашҡан ирекмәндәрҙең ниндәй пластик менән тормошта осрашыуҙары асыҡланған. Кемдер пластикка төрөлгән аҙыҡтарҙы ашаған, пластик шешәнән эскән, кемдер диңгеҙ балығы менән мауыҡҡан... Европалағы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, микропластик һыу үткәргестә лә, ҡайһы бер һыра сорттарында ла, хатта ямғыр һыуында ла табылған. Кит, акула һәм скаттарҙың ашҡаҙанына эләккән пластиктың уларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһауы раҫланған.
Әлегә микропластиктың кеше сәләмәтлегенә тәьҫире тураһында төплө өйрәнелгән ғилми эштәр юҡ, әммә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы билдәләүенсә, хәүефләнеү өсөн сәбәп етерлек. Микропластиктың кеше сәләмәтлегенә зарар килтереүе мөмкин: иммун системаһы реакцияһы арҡаһында ялҡынһыныу башланыуы, токсиндар тупланыуы һәм уларҙың күҙәнәк мембраналары аша ҡанға үтеп инеүе ихтимал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, организмға эләккән зарарлы өлөшсәләрҙең һанын билдәләү ауыр, сөнки микропластиктың бөтә сығанаҡтарын да белеп еткермәйбеҙ. Бына шуларҙың бер нисәһе. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, диңгеҙ хайуандары, моллюск, мидия, устрица микропластиктарҙы туплау йәһәтенән “алдынғылар” рәтендә. Диңгеҙ тоҙо ла ошо исемлектә. Баҡһаң, косметикала, шәхси гигиена сараларында (гель, крем, скраб, пилинг) микропластик етерлек икән. Алюмин һәм полиэтиленды декоратив косметиканан тыш, сәс һәм маска яһау лагына өҫтәйҙәр, шуға күрә һатып алыу алдынан косметика сараларының составын яҡшылап өйрәнегеҙ. Микропластиктың өстән бер өлөшө тирә-яҡ мөхиткә туҙған автомобиль шиндары, аяҡ кейемдәре табаны һәм юл билдәләренән тарала. Ҡояш нурҙары, ямғыр һөҙөмтәһендә шиндар тиҙ тарҡала һәм тирә-яҡ мөхитте бысрата. Синтетик туҡыманан тегелгән кейемдең дә бында ярайһы ҙур өлөшө бар. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, донъяла туҡыманың 60 проценты синтетик материалдарҙан (нейлон, акрил, полиэстер, силикон) етештерелә. Ошондай әйберҙе кер йыуыу машинаһында йыуыу ҡалдыҡ һыуҙарға бер нисә мең микропластик өлөшсә эләгеүенә килтерә, шуға күрә синтетик кейемде 40 градуслыҡ йылы һыуҙа йыуырға кәрәк. Пластик һауыттағы аҙыҡты быяла йәки керамиканан эшләнгән һауытта йылытығыҙ. Һыуҙы айҙар буйы пластик шешәләрҙә һаҡларға ярамай. Улар бер тапҡыр файҙаланыу өсөн генә тәғәйенләнгән.
Динә АРЫҪЛАНОВА