Был көндө 1930 йылда кешелә ҡан төркөмдәрен асҡан өсөн физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһына лайыҡ булған Австрия табибы һәм иммунологы Карл Ландштейнер тыуған. Донор көнө кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн рәхмәт булараҡ барлыҡҡа килгән.
Ҡанды һәм уның компоненттарын ҡойоу йыл һайын тотош донъяла миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡара. Тап ошо ҡан ҡойоу һөҙөмтәһендә ҡатмарлы һәм оҙайлы хирургик операциялар эшләнә, юл-транспорт һәм башҡа фажиғәләрҙә күп ҡан юғалтҡандарҙың ғүмере оҙайтыла.
Әммә күп кенә илдәрҙә һорау тәҡдимгә ҡарағанда күберәк һәм төрлө хеҙмәттәргә ҡандың етерлек запасын булдырыу тора. Бөгөн Ҡан хеҙмәте вәкилдәре, донорлыҡ хәрәкәте әүҙемселәре, даими ҡан биреүселәрҙе һәм бер тапҡыр ҙа ҡан тапшырмаған, сәләмәтлеге ныҡ булғандарҙы донор булырға саҡыра.
Ошо байрам айҡанлы 1 – 15 июндә Башҡортостанда донор акциялары үткәрелә.
Фото: vr-vyksa.ru