Боронғо Рим дәүләт эшмәкәре, яҙыусы һәм ғалим Гай Плиний Секунд быуаттар элек һәр ваҡыт көнүҙәк булған «медицинанан да файҙалыраҡ сәнғәт юҡ» тип әйтеп ҡалдырған. Был, ысынлап та, шулай. Медицинаһыҙ йәмғиәт үҫеше лә, кеше өсөн ғүмер ҙә, ҡотолоу ҙа юҡ. Аҡ халатлылар тыныс тормошта ла, ауыр ваҡыттарҙа ла, төрлө утлы бәрелештәрҙә лә һәр саҡ тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға, Гиппократ антына тоғро ҡала.
Кисә Баймаҡ ҡалаһында Медицина көнө хеҙмәткәрҙәре алдынан тәүге тапҡыр аҡ халатлылар парады булды. 100-ҙән ашыу хеҙмәткәр ҡулдарына төҫлө шарҙар тотоп ҡала урамдарынан үтте. Ҡала һәм район медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡотланы, иң-иң яҡшыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Аҡ халатлы, аҡ күңелле медицина хеҙмәткәрҙәрен юлда осраған һәр кем, ул кисәге пациент булһынмы, йәиһә бөгөнгө сирлеме - барыһы ла ҡотларға ашыҡты, уларға ҡарап кешелек донъяһындағы иң миһырбанлы һәм кәрәкле һөнәр эйәләренә үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.