Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Июнь 2022, 22:58

Сәсәк һәм ваба хәүефен онотмайыҡ

ura.news
Фото: ura.news

“Роспотреб­надзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостан биләмәһендә маймыл сәсәге сиренең күренеү ихтималлығын баһалай. Ысынлап та, кешеләрҙең борсолоуы урынлы, ҡайһы бер илдәрҙә был хәүефле сирҙең таралыуы сер түгел.

 

“Мин кешеләрҙе тынысландыра алам – республикабыҙҙа сир усаҡтары юҡ. Әммә сит илдәрҙән уны йоҡтороп алып ҡайтыу ихтималлығы бар – мәҫәлән, Африка дәүләттәренән, шуға күрә беҙ туристарҙан уяулыҡты юғалтмауҙарын, һаҡ булыуҙарын һорайбыҙ. Сир көнкүрештә аралашыу барышында һәм йүнләп эшкәртелмәгән ит менән туҡланғанда йоға”, – тип белдерҙе Анна Казак.

 Етәксе шулай уҡ “сәсәктең был төрөнә ҡаршы прививка яһатыу кәрәкмәй” тип билдәләне. Диагнозды бары лаборатор тикшеренеүҙәр нигеҙендә генә асыҡларға мөмкин, тейешле тест-системалар Рәсәйҙә теркәлгән. Төп эксперт ваба (холера) сирен йоҡтороу мәсьәләһенә лә ҡағылды. Республикала йыл һайын йәйге осорҙа һыуҙарҙа ваба вибриондарына лаборатор тикшереүҙәр уҙғарыла.

“Бөгөн ваба менән зарарланыу ҡурҡынысы юҡ, крандан аҡҡан һыуҙы ҡулланырға ярай. Шулай ҙа иҫкәртеү сараларын онотмағыҙ, ҡайнатылған һыу ғына эсегеҙ, ҡулдарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ”, – тине табип.

Анна Казак сир кимәле буйынса имен булмаған сит илдәргә сәфәргә сыҡҡан кешеләргә прививка яһатырға тәҡдим итте. “Әлеге ваҡытта беҙҙә ваба таралыу хәүефе юҡ, бары һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәрәк”, – тип иҫкәртте ул.

-  Д. ФӘТИХОВА

Читайте нас: