Учалы районының Ҡәйепҡол ауылында тыуып үҫкән Хәснә Ильясованың фиҙакәр хеҙмәте, ихлас булмышы, кешеләрҙе һәм йәшәйеште яратыуы уны өс улына хөрмәтле әсә, ҡәҙерле ир ҡатыны, үҙ һөнәренең оҫтаһы иткән.
1989 йылда ул Өфөләге 1-се медицина училищеһын “ҡыҙыл” дипломға тамамлаған. 12 йыл Авдон дауаханаһында эшләгәндән һуң, Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһында эшләй.
“Бөгөн бында 810 урынға иҫәпләнгән 16 клиника, алты параклиника, дүрт реанимация-анестезиология бүлектәре бар. Тәүлек әйләнәһенә 18 операция блогы сафта, бер юлы ике тиҫтәгә яҡын операция яһалыуы ихтимал, – ти төркөмөбөҙҙә барған конкурста ҡатнашҡан Хәснә Ғәйнетдин ҡыҙы. – Ғөмүмән, беҙгә эләккән пациенттарҙың 70 процентын “Ашығыс ярҙам” машинаһы килтерә, уларға кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителә. Кешеләрҙең төрлө хәлгә эләгеүе бар: юл-транспорт ваҡиғаһы, бәхетһеҙ осраҡ, енәйәт ҡорбандары булһынмы йәки бәғзеләр үҙен насар тойһонмо... Балалар айырыуса иғтибар талап итә: төрлө инфекциялы сирҙәрҙән тыш, йығылған, ауыртынған, йәрәхәтләнгән, зарар күргән бәләкәстәр ҙә эләгә беҙгә”.
Республикабыҙҙағы бына ошондай меңләгән медицина хеҙмәткәре – халыҡ һаулығы һағында. Уларға еңел булмаған, әммә шул тиклем мөһим эшендә уңыштар һәм сәләмәтлек теләйек!
Фото: Хәснә Ильясованың ғаилә архивынан.