Бал ҡорто саҡҡандан һуң организмға эләккән ағыу бөтә шеш ауырыуҙарын дауалай. Мәҫәлән, артрит, простатит, бронхит, гастрит, холецистит һәм башҡалар.
Шулай уҡ шешеү менән бәйле булмаған проблемаларҙа ла – мәҫәлән, импотенция, ҡан тамырҙары атеросклерозы һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары (стенокардия, инфаркт һәм инсульт эҙемтәләре, варикоз һ.б.) ярҙам итә. Йәнә был сара алкоголь эскән, эскелекте ташлай алмаған кешеләргә тәҡдим ителә.
Кемгә ярамай? Аллергия булғанда. Шулай уҡ ниндәйҙер гормондар ҡабул иткәндә, йөклө булғанда, булған ауырыуҙар көсәйгәндә, юғары тән температураһы, инсулинға бәйле диабет, мейе, бауыр, бөйөр һәм йөрәк ауырыуҙары булғанда үҙ-үҙеңде дауалауҙың был ысулын ҡулланырға кәңәш ителмәй.
Дауалауҙың иң ябай ысулы – түбәндә:
Тәүге көндө бер генә бал ҡортон пинцет менән алып, ҡулдың һыртына ултыртып, сағырға биреү. Ҡаяуын 5-10 минуттан һуң ғына тартып сығарырға.
Икенсе көндө икенсе ҡулға сиратлап ике бал ҡорто ултыртаһығыҙ һәм сағырға бирәһегеҙ.
Өсөнсө көнөнә беренсе ҡулға – өс бал ҡорто.
Артабан шулай дауам итергә.
Бер тапҡыр 5-7 бал ҡортона тиклем еткерергә (хәлегеҙ торошо буйынса) һәм яңынан берәүгә төшөргә.
Башҡа ысулдар ҙа бар. Мәҫәлән, бал ҡорттарынан сағылыу ошо сиратта бара: һул ҡулбаш, уң ҡулбаш, уң янбаш, һул янбаш, һуңынан ҡабаттан. Һәм бер юлы 20 тешләнешкә тиклем еткерергә була!
Башҡа алымдар ҙа бар. Бында иң ябай һәм иң ҡулай ысулдың тасуирламаһын бирҙек.
Сығанаҡ һәм фото: Записки травника Головкова.