Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Июнь 2022, 21:15

Һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу дауам итәсәк

Киләсәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңы һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, ҡалған 227 ФАП-ты Интернет селтәренә, дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыу өсөн 200 миллион һум аҡса талап ителә.

Һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу дауам итәсәк
Һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу дауам итәсәк

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тармаҡты һанлаштырыу буйынса алдынғыларҙың береһе тип баһаланды. Киң күләмле һанлаштырыу республикала 2013 йылда башланғайны. Шул саҡта бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырылды. Уға хәҙер төрлө милек формаһындағы ике йөҙҙән ашыу медицина ойошмаһы һәм 124 дауахана индерелгән. Был базала 4,5 миллиондан ашыу электрон медицина картаһы һаҡлана.

Медицина ойошмалары электрон медицина документтар әйләнешенә күсеүҙә әүҙемләште. “Больничный”ҙар, медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәләр - барыһы ла электрон рәүештә хәҙер. Тыуыу һәм үлем тураһындағы таныҡлыҡтар ҙа ошо рәүештә рәсмиләштереләсәк. Эшкәртеү өсөн бер миллиондан ашыу документ тапшырылған да инде, шуларҙың рәтендә консультация, лаборатор һәм диагностик тикшереүҙәр протоколдары, эпикриздар, белешмәләр. Яңыраҡ Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән оператив штаб кәңәшмәһе барышында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һанлаштырыу, дәүләт мәғлүмәт системалары тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, яңы системала эшләү өсөн 23 меңдән ашыу хеҙмәткәр уҡытылған. Төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған. Пациенттың электрон медицина картаһы мәғлүмәттәренән, ҡайһы медицина ойошмаһына теркәлеүенә ҡарамаҫтан, табиптар файҙалана ала. Тәүге звено медицина учреждениелары һанлы медицина изделиелары менән этаплап тәьмин ителәсәк. Бөгөн ФАП-тарҙы диагностика ҡорамалдары, шул иҫәптән дистанцияла тапшырыу функцияһы булған компьютер кардиографтары менән йыһазландырыу бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында яңы заманса  “Севкаврентген” диагностика аппараты эшләй башланы. Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған. Табиптарҙың әйтеүенсә, уның өҫтөнлөгө рентген һүрәттәрен алыу һәм эшкәртеүҙең заманса һанлы системаһы булыуҙа. Был тикшеренеүҙәрҙең диагностика ҡиммәтен һәм иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын күпкә күтәрә. Яңы аппаратта квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог һәм ике рентген-лаборант эшләйәсәк.

Бындай күңелле миҫалдарҙы тағы ла күпләп килтерергә булыр ине. 2022 йылда Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһын һәм Баймаҡта балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Шулай уҡ Бөрө ҡалаһындағы поликлиниканы, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пунктын һәм ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһын төҙөүҙе тамамлау бурысы тора. Быйыл аҙ халыҡ йәшәгән тораҡтарҙа тиҙ төҙөлә торған 44 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырыласаҡ. Киләсәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңы һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, ҡалған 227 ФАП-ты Интернет селтәренә һәм дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыу өсөн 200 миллион һум аҡса талап ителә.

"Фельдшерҙарҙың дәүләт мәғлүмәт системаһында бөтә ҡеүәтенә эшләүе, телемедицина мөмкинлектәрен файҙаланыуы тәүге медик-санитар ярҙам сифатын яҡшыртасаҡ. Фельдшер киҫкен хәлдәр тыуғанда тейешле ҡарарға килеү өсөн тулы клиник-диагностик картинаны баһалай аласаҡ", – тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.

Дәүләт мәғлүмәт системаһы эре ярҙамсы 25 системанан тора. Шуларҙың иң мөһимдәре – онкология, кардиология, акушерлыҡ һәм иҫкәртеү профилдәре. Был эш пациенттарҙың сәләмәтлек торошона тәьҫирле мониторинг үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: Resbash.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: