Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Июль 2022, 10:27

Был емеште яратаһығыҙмы?

pediatrinfo.ru
Фото:pediatrinfo.ru

Хәҙер кибет кәштәләрендә ниндәй генә ризыҡ юҡ! Мәҫәлән, элек төшкә лә инмәгән көньяҡ емештәрен һәр ерҙә һатып алырға мөмкин.

Шундай файҙалы емеш­тәрҙең береһе – инжир тура­һында һөйләп үтәйек. Ул вита­миндарға һәм минералдар­ға ныҡ бай (калий, кальций, магний, фосфор, А, С, В төркөмө витаминдары һ.б.). Киптерел­гән төрөндә шәкәр миҡдары арта.

Инжир бөйөр, ашҡаҙан эш­мә­кәр­леген яҡшырта. Һалҡын тей­гән­дә – ангина, теш ҡаҙна­һы боҙолғанда, тын юлы сир­ҙә­ре­нән дә файҙалы, юғары тән темпера­тураһын да төшөрә. Составында калий күп булыуы йөрәк-ҡан тамыр­ҙары сирҙәрен иҫкәртеүҙә ярҙам итә, организмды насар холестериндан таҙар­та. Ҡан баҫымы юғары булған, ҡан тамырҙары сирҙәре менән ыҙалаған кешеләргә даими ашар­ға тәҡдим ителә. Ҡанды шы­йығайтыуға, тромбтарҙы тарҡатыуға һәләтле. Тағы ла ул – эс ҡатыуҙан шәп сара.

Әммә файҙалы сифаттары күп булыу менән бер рәт­тән ин­жирҙы ҡулланыуҙа иҫкәр­мә­ләр, сикләүҙәр ҙә бар. Шә­кәр диабеты булған ос­раҡта бөтөнләй ярамай. Эсәктәр елһенгәндә, подагра сирендә ҡулланыуҙы сик­ләргә. Кипкән инжир һимеҙ­лектән йонсоған кешеләргә кәңәш ителмәй. 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: