Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Июль 2022, 10:23

Дегәнәктең иң һутлы, шифалы сағы

vot-ogorod.ru
Фото: vot-ogorod.ru

Кәртә аръяғында үҫкән дегәнәктең әллә күпме сирҙән дауа икәнен беҙ белеп тә, аңлап та, баһалап та етмәйбеҙ. Япондар, Кавказ халыҡтары уны даими рәүештә аш-һыу әҙерләгәндә ҡуллана. Уның хатта яман шешкә ҡаршы торор көсө бар.

Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан дегәнәк һуты эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрә, уны таҙарта, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта. Дегәнәктең яман шеш ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Сирҙең төрөнә ҡарап, бер-ике аш ҡалағынан алып тулы стаканға тиклем миҡдар билдәләйҙәр. Әммә быны мотлаҡ табип йәки үлән менән дауалау белгестәре кәңәшенә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк.

Ә инде һәр төрлө яман шеште иҫкәртеү өсөн көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсергә кәңәш итәләр. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгәсә йыйырға мөмкин, әммә уларҙың иң һутлы мәле – май, июнь.

Тәүҙә япраҡтарҙы таҙа итеп йыуып, ит турағыс аша үткәргәс, һутын һығып алырға. Тәүге бер нисә көндә һыуытҡыста тотоп, үҙен генә эсергә мөмкин. Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлау өсөн 1:1 нисбәтендә спирт (40-50 градуслы) менән ҡатнаштырырға.

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө Рәшиҙә Ғиззәтул­линаның дегәнәк һутын әҙерләү алымы тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

“Дегәнәктең һутын һыҡтым. Йыл ямғырлы булғас, әле һутлы сағы. Һут һыҡҡыстан өс тапҡыр сығарҙым, иң аҙаҡтан йомарлап усым менән һығып алып бөттөм. Туңдырғыста шаҡмаҡлап туңдырып, ҡышҡылыҡҡа ҡапҡаслы һауытта һаҡлайым. Бер стакан йылы һыуға бер шаҡмаҡты (бер аш ҡалағы һут) һалып болғап эсәм. Әсе тойолһа, бал өҫтәргә мөмкин”, – тип яҙа ул.

Дегәнәктең шифаһы хаҡында фекерҙәре менән социаль селтәрҙә башҡалар ҙа ихлас уртаҡлашты.

Тәнзилә Мифтахова: “Мин аллергиянан эстем”.

Зәлифә Көмөшбаева: “Һутын йәйгеһен ҡулланам, тамырын ҡышҡа киптереп алам”.

Азамат һәм Резеда: “Һуты төрлө шештәргә ҡаршы файҙалы! Шәхсән үҙебеҙҙә һыналды!”

Дилара Усманова: “Телевизорҙан һөйләнеләр: киптереп һаҡлағанға ҡарағанда, туңдырһаң, файҙалы матдәләре күберәк һаҡлана икән”.

Юлия Шварц: “Ҡайным ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарынан яфаланғас, дегәнәктең йәшел һабаҡтарын йәй буйы ашай торғайны, хәҙер таблеткаларҙы онотто”.

Вәзимә Рәжәпова: “Дегәнәк тамырынан төнәтмә яһап эсеп, биш йыл ыҙалатҡан геморройҙан ҡотолдом”.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: