Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Июль 2022, 10:00

Быуындар һыҙлағанда

Түбәндә яҙылған ысулдар ярҙамға килер

Быуындар һыҙлағанда
Быуындар һыҙлағанда

Быуындар төрлө сәбәп буйынса ауыртырға мөмкин. Осраҡтарҙың күпселеген артроз тәшкил итә. Ул иң тәү сиратта амортизатор бурысын үтәгән кимерсәктәрҙе зарарлай - ул яйлап һығылмалылығын бөтөрә, йоҡара бара, уның аҫтындағы һөйәк тә формаһын үҙгәртә, шулай шығырлау барлыҡҡа килә. Был сир тиҙ тарала, шуның өсөн тәүге билдәләрен һиҙеү менән белгескә күренергә кәрәк, ти табиптар.

Шул уҡ ваҡытта хәл-торошто еңеләйтер өсөн түбәндә өйрәтелгәнсә үҙеңә ярҙам итеү ҙә файҙаға ғына булыр.

200 грамм шыршы энәһен, 50 грамм ҡарағас сайырын бер литр һыуҙа ҡайнатып, шуға биш тамсы пихта майы ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәне сепрәккә манып, төнгөлөккә ауыртҡан ергә ябып, нығытып бәйләп ҡуябыҙ. Бер ай дауаланырға.

Ит турағыстан үткәрелгән каланхоэның бер нисә япрағын 40 процентлы бер литр спиртта 3-5 көн төнәтәбеҙ. Шуны ике аҙна һуҙымында сирле урынға һөртәбеҙ.

Быуҙа ғына бешерелгән шалҡанды бутҡа хәленә еткереп иҙеп, бер сәғәткә ауыртҡан ергә һалырға. Был алымды бер аҙна ҡулланырға мөмкин.

50 мл көнбағыш майы, 50 мл кәрәсин, кер һабынының 1/4 өлөшө, бер ҡалаҡ сода алына. Ошо ингредиенттарҙы яҡшылап бутап, өс көн ҡараңғы ерҙә тоторға. Был майҙы быуындарға көн һайын ике аҙна дауамында һөртөргә.


Фото:doctormunchen.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: