“Лапша” фактчекинг проекты Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ваба (холера) эпидемияһының киң таралыуы тураһындағы ялған хәбәрҙе тикшерҙе. Проект аналитиктары киң мәғлүмәт сараларындағы хәбәрҙәрҙе тикшереүен дауам итә.
Апрель аҙағында социаль селтәрҙәрҙәге иң популяр фейк: имеш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге һыуҙа ваба эмбриондары табылған. Өс ай үткәндән һуң тағы ла бер фейк таралды. Уны 115 миллиондан ашыу кеше күрҙе. Хәбәр 3,5 меңдән ашыу репост йыйҙы.
Белгестәр был мәғлүмәттең нисек барлыҡҡа килеүен, таралыуын асыҡланы. Фейктың нигеҙе – Украинала АҠШ биолабораториялары тураһындағы мәғлүмәттең күренеүе. Рәсәй Оборона министрлығы 6 мартта Рәсәйҙең ҡулында тағун (чума) ҡуҙғытҡыстарының, себер язваһының, вабаның һәм башҡа үлемесле сирҙәрҙең айырыуса хәүефле патогендарын тиҙ арала юҡ итеүҙе раҫлаған документтар булыуын хәбәр итте. Ә 9 майҙа беренсе вируслы хәбәрҙәр күренде. Имеш, Мариуполдә йәшәгән ҡатын социаль селтәрҙә ҡалала ваба вирусы барлығын хәбәр иткән.
Ялған яңылыҡты киң мәғлүмәт саралары күтәреп ала. “Роспотребнадзор”ҙың вабаны иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы ҡарары тураһында һөйләп, журналистар Украинала табылған биолабораториялар хаҡында ла телгә ала. Бер материалда ике төрлө мәғлүмәт булыуы уҡыусыларҙа дөрөҫ булмаған фекер ҡалдыра.
Ваба эпидемияһы тураһында ялған хәбәрҙәрҙең күбеһе 2022 йылдың апрель аҙағына һәм майға тура килә. Был осорҙа ошо темаға өс меңдән ашыу пост һәм репостар, аңлатмалар булыуы асыҡлана. Асыҡ сығанаҡтар, киң мәғлүмәт сараларында кире ҡағыуҙар һәм чат-боттар ярҙамында мессенджерҙарҙағы 300 хәбәрҙе күҙәтергә мөмкин булды.
“Лапша” аналитиктары күҙаллауынса, ваба эпидемияһы тураһындағы фейктың артабан да таралыуы ихтимал. Ҡулланыусылар шик тыуҙырған һәр мәғлүмәтте “Лапша” фактчекинг проектына ебәрә ала. Белгестәр уны тикшереп, дөрөҫмө, әллә ялғанмы икәнен асыҡлап, һеҙгә яуап бирәсәк. Һорауҙы https://lapsha.media/ Telegram, Viber һәм «Бәйләнештә”ге чат-боттар аша ебәрә алаһығыҙ.
Фото:nedelya40.ru