Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июль 2022, 18:24

Иҙәнгә нимә түшәргә?

kakprosto.ru
Фото:kakprosto.ru

Йортта йәки фатирҙа ремонт эше хужанан күп көс, ваҡыт һәм байтаҡ аҡса талап итә. Һуңғы осорҙа төҙөлөш материалдарына хаҡтар күтәрелеүе лә эште ҡатмарлаштырҙы.

 

Проблемалар күп булыуға ҡара­маҫтан, иң тәүҙә өйҙә ҡулланы­ласаҡ материалдарҙың сифатына иғтибар итергә кәрәк, сөнки ғаилә ағзаларының сәләмәтлеге  уларға ла бәйле.  Материалды дөрөҫ һайламаһағыҙ, уның оҙаҡ йылдар дауамында сәләмәтлегегеҙҙе аҡ­рын ғына ҡаҡшатып, организмы­ғыҙ­ҙы ағыулап,  төрлө сиргә юлыҡ­тырыуы мөмкин.

Мәҫәлән, иҙәнегеҙгә нимә түшәр­гә йыйы­наһығыҙ? Күптәр материалдар араһында зыян килтермәй торғандары булыуы тураһында ла, хәүефле япмалар барлығы хаҡын­да ла уйлап тормай. Кеҫәһендәге аҡсаһынан, ваҡыттың тығыҙлығы­нан сығып, мәсьәләне тиҙ хәл итә.

Линолеум шуларҙың араһынан иң “абруйлыһы” – арзан да, иҙәнгә түшәүе лә анһат. Уның ниндәй генә төҫтәгеләре юҡ! Торлаҡта иҙәнгә түшәү өсөн тәбиғи һәм көнкүреш төрҙәре файҙаланыла. Тәүгеһе ағас онтағынан, етен майынан һәм үҫемлек ыҫмалаларынан тора, кеше  сәләмәтлеге өсөн бер ниндәй хәүефе лә юҡ, өҫтәүенә  дымлы урындарҙа үңәҙ бәшмәксәләренә үрсергә ирек бирмәй, тик  хаҡының ҡиммәт булыуы һатып алыусы­ларҙы уйландыра. Көнкүреш линолеумы технологияһы буйынса тәбиғи линолеумды етештереү технологияһына оҡшаш, айырма бары уның яһалма компоненттар нигеҙендә эшләнеүендә. Хәүефле яғы – япманың составына ингән химикаттарҙың тейешле кимәлдә таҙартыл­ма­уында. Линолеумдың өҫкө һаҡлағыс ҡатла­мының үҙен­сә­лектәре ваҡыт үтеү менән түбә­нәйә. Айырыуса ҡояш төшкән  йәки “йылытылған иҙән”ле бүлмәгә уны йәйеү хәүефле. Юғары температура токсик матдә­ләрҙең – ыҫмала парҙарының, винилхлорид­тың, хлор водоро­дының  айырылып сығыуын тиҙләтә. Линолеум­дың ха­­ҡы ни тиклем түбәнерәк, шул тик­­лем хәүефлерәк икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Уны нисек һайларға? Тәүге талап: япманың һаҡлағыс ҡатламы ҡалынлығы 0,8 милли­метрҙан да кәм булмаһын.  Икенсе кәңәш: уны балалар йоҡлаған йәки “йылы иҙән” йәйелгән бүлмәгә түшәмәгеҙ.

Хәҙер күптәр иҙәнгә ламинат йәйеүҙе хуп күрә. Уның нигеҙен акрил йәки поливинилхлорид менән ҡапланған  ағас-юнысҡы плитә (ДСП) тәшкил итә. Ламинатта ҡул­ланылған поливинилхлорид яҡшы таҙартылғанға күрә, бары янғанда ғына ағыулы матдәләр бүлеп сығара. Юғары температурала йәки пластик  һаҡлағыс ҡатламы  зарар­ланғанда формальдегидтың парға әйләнеүе, тын юлдарын зарарлауы ихтимал.

Һуңғы йылдарҙа ламинаттың яңы  хәүефһеҙ төрө барлыҡҡа килде. Уның  елем нигеҙе сифатында ыҫмала түгел, ә ағас лигнины фай­ҙаланыла.  Бындай ламинатты батареялар эргәһендә лә, “йылы иҙән” түшәлгән  бүлмәләрҙә лә йәйергә мөмкин.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: