Хәҙисә апайҙың белмәгәне-ишетмәгәне юҡ. Был юлы баҡсанан ҡайтышлай тағы бер яңылығын уртаҡлашты. “Ҡара әле, күрше. Бынау беҙҙә кәртә буйын баҫҡан дегәнәк япрағын Японияла ашайҙар икән. Улай ғына түгел, хатта баҡсала махсус рәүештә үҫтереп, дингеҙ аҙыҡтарына ҡушып, табынға бирәләр”, – тине. Мин дә ҡыҙыҡһына төштөм, бәлки, беҙҙә лә уның файҙалы яҡтарын ҡуллана беләләрҙер?
“Ышанаһыңмы-юҡмы, үҙем менән булған бер хәлде һөйләйем әле, – тип дауам итте Хәҙисә апай. – Үксәгә ҡаты һөйәл сыҡҡас, шул тиклем һыҙландым, яфаландым, белһәң икән! Табип мине ҡабул иткәндә, рентген һүрәтен студенттарына ҡат-ҡат күрһәтеп, унан нисек ҡотолоу юлдары тураһында һөйләне, тик ул тәғәйенләгән дауа ярҙам итмәне. Ял ваҡытында баҡсала йәшәнем, бер танышымдың кәңәше буйынса үксәне әрекмән менән дауалай башланым. Иртә менән һутлы япраҡтарын сүкеш менән төйгөсләп, аяҡ табанына һалып, көн буйы шулай йөрөйөм. Үксәм йәшәреп бөттө, йыуһаң да, шул көйө. Бер заман аяҡтарымдың ауыртмауын, сатанламай атлағанымды тоя башланым. Шулай итеп, йәнгә тейгес һыҙланыуҙан арындым.
Көс-ҡеүәтте ҡайҙан ала икән был үҫемлек? Ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Баҡһаң, унда бик күп микроэлементтар бар. Калий, фосфор, кальций, магний... Ә тамыры инсулинды алмаштырған инулинға бай. Үҫемлектең тап ошо сифатын япондар юғары баһалаған да инде. Шәкәр диабетына ҡаршы уны уңышлы файҙаланалар. Башҡа халыҡтар ҙа унан салаттар, төрлө ризыҡтар әҙерләй. Хәҙер минең баҡсамда ла әрекмәнгә урын бар. Сәскә атҡанға ҡәҙәр уның тамырҙарын ҡаҙып алаһы бар, юғиһә аҙаҡ улар ҡата һәм серей”, – тине күршем.
Динә АРЫҪЛАНОВА