Бик күп шифалы үләндәрҙе беләбеҙ, ҡайһы берҙәрен көндәлек тормошта үҙебеҙ белгәнсә файҙаланабыҙ. Улар араһында сәләмәтлек өсөн файҙаһы яғынан элеутерококк лидер булып тора. Уның кешегә көс һәм энергия биреүе күптән раҫланған. Көнөнә ни бары ике тапҡыр 25-30 тамсы эсһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙе дәртле, кәйефле тойорһоғоҙ, ти табиптар. Тик шуны хәтерҙә тотоғоҙ: ике тапҡыр һәм көндөң тәүге яртыһында эсеү мотлаҡ! Миҙгелдең теләгән осоронда, ҡышҡы ыжғыр һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә эсергә ярай.
Ул Японияла, Төньяҡ Ҡытайҙа, Маньчжурияла киң таралған, шулай уҡ Рәсәйҙең Приморье һәм Хабаровск крайында, Амур өлкәһендә һәм көньяҡ Сахалинда үҫә. Бик әрһеҙ үҫемлек, күләгәле ерҙә лә яҡшы үҫә, тупраҡ һәм һауаның дымлылығына талапсан түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ, уны һыйыр ҙа, ат та ашамай. Бары боландар ғына йәйен япраҡтары менән туҡлана. Дарыу сеймалы сифатында тамыры файҙаланыла.
Препарат ҡан баҫымын көйләй, аҡыл һәм физик әүҙемлекте арттыра, организмды тышҡы мөхиттәге кире тәьҫирҙәрҙән һаҡлай, ҡуҙғыусанлыҡты баҫа, ныҡ арыу-талсығыу, стресс ваҡытында тынысландырыу һәләтенә эйә. Элеутерококк экстракты аппетитты яҡшырта. Төнәтмәһен бер тапҡыр һәм курс менән дә эсергә мөмкин. Бер тапҡыр эскәндә уның тәьҫирен бер сәғәттән һуң тойорһоғоҙ һәм был хәл бер нисә сәғәт дауам итә. Эшкә һәләтлелекте арттыра, иғтибарһыҙлыҡтан, һүлпәнлектән арындыра. Иммун системаһын әүҙемләштереүҙә, ағыулы матдәләрҙе сығарыуҙа, ҡанда шәкәр кимәлен нормаға килтереүҙә лә ярҙамы ҙур. Әммә был үҫемлек төнәтмәһен йәки ҡайнатмаһын өҙлөкһөҙ эсергә кәрәк тигәнде аңлатмай. Юғары ҡан баҫымы, көслө ҡуҙғыусанлыҡ, киҫкен йоғошло сирҙәр, миокард инфаркты, аритмия, йоҡоһоҙлоҡ, церебраль - тамыр патологияһы, йөклөлөк, үҫемлеккә ҡарата һиҙгерлек – препараттарҙы ҡулланыуҙа төп ҡаршылыҡ. Шулай уҡ уны аутоиммун сирҙәренә, эпилепсия, баш мейеһе йәрәхәттәренә, психик ауырыуҙарға дусар кешеләргә ҡулланыу тыйыла. Шифалы үлән төнәтмәләрен үҙ белдегең менән файҙаланырға ярамай, табип менән кәңәшләшеп эсегеҙ.
Фото: суперсадовник.ру