Көндәр ҡапыл һыуытты, хатта организм күнегеп тә өлгөрмәне, шуға тап ошо мәлдә тымау тейеп сирләгәндәр күбәйә. Был хәлде булдырмау өсөн иммунитетты нығытыу зарур. Ошо йәһәттән ябай ғына кәңәштәр һеҙҙең өсөн файҙаға булыр.
Иммунитетты һаҡлауҙа витаминдарҙың өлөшө бик ҙур икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, организмда С витамины аҙ булһа, иммун системаһы күҙәнәктәренең эшмәкәрлеге аҡһай башлай. Күптәр был витамин цитрус емештәрендә генә күп була, тип уйлай. Әммә ул еләк-емештә генә түгел, тоҙланған кәбеҫтәлә һәм болғар боросонда ла бар. Был ғына түгел, уларҙа С витамины, әфлисун менән сағыштырғанда, ун тапҡырға артығыраҡ, тигән фекерҙә белгестәр. Бынан тыш, тоҙло кәбеҫтә – эсәктәр микрофлораһына ярҙам итеүсе тәбиғи прибиотик та. Тик ҡан баҫымы юғары, ауырлығы артыҡ кешеләргә бындай кәбеҫтәне тоҙ ҡулланмай ашарға кәңәш итәләр.
Тағы гөлйемештән, ҡара ҡарағаттан әҙерләнгән төрлө эсемлектәр ҙә файҙалы.
Иммунитет өсөн йәнә цинк кәрәк, сөнки ул организмда аҙ булған осраҡта төрлө вирустарға ҡаршы торған интерферондарҙың эшләп сығарылыуы ҡаҡшай. Организмда цинк аҙ ғына етмәһә лә, тәндең ялһыныуы, аллергия һәм респираторлы инфекциялар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әйткәндәй, цинк көнбағыш орлоғонда, иттә, сырҙа һәм борсаҡта күп.
Е витамины (токоферол) иммун системаһы күҙәнәктәренең барлыҡҡа килеүе өсөн кәрәк. Ул кәбеҫтәлә, шпинатта һәм бойҙайҙа күп.
Дүртенсеһе – мангиферин. Ул медицинала төрлө вирустарға ҡаршы тороу өсөн файҙаланыла. Манго емешендә күп булған матдә шулай уҡ яҡшы антиоксидант та.
Бишенсеһе – селен. Был элементты оҙон ғүмерлелек микроэлементы тип йөрөтәләр. Ул тәнгә, тырнаҡҡа һәм сәскә ыңғай йоғонто яһай. Аҡһым күп булған йомортҡа, һөт ризыҡтары, балыҡ, бәшмәк уға бай.
Тағы ҡышҡы һалҡынға бирешмәү өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә кәңәш итәләр:
l Берәр аш ҡалағы аҡ сәскә, йүкә сәскәһе һәм гөлйемеште һалып, 20 минут төнәтергә, шунан әҙер ҡайнатманы һөҙөп алырға кәрәк. Көнөнә 1/3 стакан эсеү яҡшы.
l С витаминына бай гөлйемеште ауырыған саҡта йышыраҡ эсергә кәңәш итәләр. Ике аш ҡалағы емеште ҡайнаған һыуға һалып төнгөлөккә төнәтегеҙ. Уны иртән сәй урынына эсеү бигерәк тә файҙалы.
l Ер еләге япрағын сәйгә ҡушып эсеү ҙә организмдан ауырыуҙы сығарыуға һәләтле.
l Ҡурай еләгенең япраҡтары ла иммунитетты нығытыу өсөн шәп. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 20 минутҡа төнәтергә ҡуйырға һәм көн дауамында эсергә кәрәк.
БЕЛГЕС КӘҢӘШЕ
Бәхетте аҙыҡ-түлек тә бүләк итә
Баҡтиһәң, A, B 12, D, E витаминдары, фолий кислотаһы, йод, магний, кальций, тимер һәм омега-3 май кислоталарына бай аҙыҡ-түлекте ашау мейенең “бәхетле мөмкинлектәрен асҡан” функциональ өлөштәре өсөн яуап бирә икән.
Беренсе өлөш уйларға, планлаштырырға, анализларға булышлыҡ итә, ә икенсеһе яҡшы кәйеф өсөн яуаплы. Өсөнсөһө иһә сәмселлек, тырышлыҡ, сабырлыҡ кеүек холоҡ һыҙаттарын “тәрбиәләй”.
Шулай итеп, бәхет ҡағиҙәләре түбәндәгеләр:
l Ярымфабрикаттарға һәм фастфудҡа күп шәкәр, тоҙ һалына. Уларҙың тәүгеһе кәйефкә кире йоғонто яһай, икенсеһенең иһә организмға зыяны күп икәнлеген барыһы ла белә.
l Мөмкин тиклем күберәк емеш-еләк, йәшелсә ашарға тырышығыҙ, сөнки уларҙа бәхет “реквизиты” булған төрлө минералдар, витаминдар һәм фитонутриенттар бар.
l Күберәк балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡ-түлеген ашағыҙ. Нигеҙҙә, ит ризыҡтарын үҙ итһәгеҙ, уның үләндән генә “хасил булғанын” һайларға тырышығыҙ. Бындай иттә омега-3 май кислоталары күберәк, ә улар мейе эшмәкәрлеге өсөн кәрәк.
l Ашаған аҙыҡ-түлегегеҙҙең төрлө булыуын хәстәрләгеҙ, сөнки ул мөмкин тиклем бай булған һайын, мейегеҙ шул тиклем туҡлыҡлы, файҙалы матдәләр менән тулыланыр.
Айһылыу НИЗАМОВА