Бөгөн балаларҙың һимереүе киң таралған күренеш, өҫтәүенә ул шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа хроник сирҙәрҙе ҡуҙғытып ебәреү һәләтенә эйә. Бала өсөн психологик проблемалар тыуҙырыуы ла ихтимал. Һимеҙлек үҫешен донъяла “эпидемия”менән сағыштыралар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы баһалауынса, 2025 йылға биш йәшкә тиклемге 70 миллион бала һимеҙлектән йонсоясаҡ.
Сир үҫешенә төрлө факторҙар йоғонто яһай. Төп сәбәптәрен ҡарап үтәйек.
Энергетика тигеҙһеҙлеге. Был – һимереүҙең иң ныҡ таралған сәбәбе. Үҫеш өсөн организмына талап ителгәнгә ҡарағанда күберәк калория тотонған бала, һис шикһеҙ, артыҡ килограмдар туплаясаҡ. Ата-әсә сабыйҙың туҡланыуын контролдә тоторға тейеш. Фастфуд, снэк, татлы аҙыҡ-түлек, газландырылған шәрбәтле эсемлек һәм һуттар менән бергә организмға артыҡ калориялар ҙа инә.
Генетика. Сабыйҙарҙың һимеҙлегенә өлкән быуындың сәбәпсе булыуы ла ихтимал. Ата-әсәнең береһе һимеҙлектән яфаланһа, уның нәҫелдән балаға күсеү ихтималлығы 40 процентҡа тиң. Әгәр ҙә уларҙың икеһенә лә һимеҙлек диагнозы ҡуйылһа, хәүеф тағы ла нығыраҡ арта. Шулай уҡ нәҫелдән килгән күсәгилешлелек менән бәйләнмәгән генетик проблемалар ҙа бар. Был осраҡта һау-сәләмәт ата-әсәнең дә сабыйы тыумыштан һимеҙлек диагнозы менән донъяға килеүе ихтимал.
Гиподинамия. Аҙ хәрәкәтләнеү – киң таралған проблема. Бөгөнгө йәшәү мөхите, үкенескә ҡаршы, һимереү осраҡтары артыуына булышлыҡ итә. Аҙыҡ-түлек төрҙәренең үҙгәреүе, маркетинг, физик әүҙемлек кәмеүе – быларҙың барыһы ла һимереүгә килтереүсе сәбәптәр. Балалар ваҡыттарын күберәк телевизор, компьютер алдында ултырып үткәрә. Был хәлгә ата-әсә лә күнеккән, уларҙың ялын йәнлерәк, йөкмәткелерәк үткәреү, сәләмәтлектәрен һаҡлау тураһында әллә ни уйланмай.
Гормондар. Эске секреция биҙҙәренең боҙолоуы кешене һимереүгә юлыҡтырыуы мөмкин. Ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйөр өҫтө биҙҙәре , ҡалҡан биҙенең әүҙемлеге кәмеү, балалар гипотиреозы кеүек сирҙәр йыш ҡына һимереүгә алып килә.
“Балаларына иғтибарлы булған ата-әсә үҙгәрештәрҙе тиҙ тоя ала. Кескәйҙәрҙең тәртибен, туҡланыу рационын, буй-һынын күҙәтеү, даими педиатрҙа булыу патологияны иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итәсәк. Үҫештә етди проблемалар асыҡланғанда балалар эндокринологы ярҙамға киләсәк. Һимереүҙе иҫкәртеү балаларҙы һау-сәләмәт үҫтереүҙә көн ҡаҙағында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе”, – тип иҫәпләй балалар эндокринологы Алина Бобрай.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.