Төрлө хуш еҫтәрҙең дауалау, тынысландырыу, дәртләндереү, көс биреү һ.б. үҙенсәлектәре бар. Уларҙың ҡайһыһын ҡайҙа ҡуйырға кәрәклеген белеп эш итергә кәрәк. Йоҡо, эш, аш бүлмәләрендә ниндәй майҙарҙың, үләндәрҙең хуш еҫтәрен таратырға? Был турала - түбәндәге яҙмала.
Эфир майҙары еҫе төрлө микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә эйә. Улар иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә. Елһенеү процесына кәртә булып тора. Тик ниндәй еҫтең нисек тәьҫир итеүе тураһында яҡшы белергә һәм күңелегеҙгә хуш килгәнен табып алырға кәрәк.
Ҡайын япрағы еҫе тын алышты яҡшырта, тынысландыра. Сәбәпһеҙ көйәләнгәндә, бәйләнсек уйҙар баҫҡанда, магнит бураны кире тәьҫир иткәндә уны ҡулланыу һөҙөмтәле.
Базилик еҫе студенттар һәм менеджерҙар өсөн ҡулай. Ул нервыны тынысландыра, нығыта, аҡыл эшмәкәрлеген үҫтерә.
Мәтрүшкә күрем ваҡытында тынысһыҙлыҡ һәм депрессия кисергән ҡатын-ҡыҙ өсөн яҡшы тәьҫир итә. Бер ҡыҙҙырып, бер өшөтөп торған климакс мәлендә лә ул хәлде бермә-бер яҡшыртасаҡ.
Һары мәтрүшкә. Үҙен бер кемгә лә кәрәкһеҙ тип хис иткәндәргә, ауыр юғалтыу, айырылышыу кисереп төшөнкөлөккә бирелгәндәргә уның хуш еҫенең йоғонтоһо яҡшы.
Депрессия оҙаҡҡа һуҙылһа, ҡулға эш бармаһа, йоҡо бүлмәһенә кедр ботағын йә ыҫмалаһын ҡуйырға була.
Ҡәһүә. Студенттарға һәм башҡа аҡыл менән эш иткәндәргә баш ауыртыуын һәм йоҡоһоҙлоҡто еңер өсөн кәрәк.
Ала миләүшәнең (лаванда) ароматы эшкә һәләтте күтәрә, яңы әйбер һатып алыуға дәртләндерә. Шулай уҡ ул нервыны тынысландыра, тәрән йоҡо бүләк итә.
Лимон физик эшмәкәрлекте көсәйтә, ҡеүәт бирә. Ауырлы ҡатындарға токсикоз ваҡытында ярҙамы тейә. Ә бына көйә күбәләге уның еҫен һис яратмай.
Мелисса - бик яҡшы антидепрессант. Күрем циклы боҙолғанда ла, уны яйға һалырға ярҙам итә.
Әрем баш ауыртыуын баҫа, мускулдарҙың көсөргәнешлеген йомшарта, рухты нығыта. Ә бына сысҡан һәм көйә уның еҫенән ныҡ ҡурҡа.
Рауза енси ҡеүәткә ыңғай йоғонто яһай, кемдең балалары булмай тора, йоҡо бүлмәһенә уның хуш еҫен таратырға кәңәш ителә. Ул ауыр уйҙарҙы баштан ҡыуа, тынысландыра. Йөрәк өйәнәгендә һәм баш ауыртҡанда ярҙам итә. Йоҡоһоҙлоҡтан, депрессиянан, күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыу буйынса ла шәп сара.
Ҡомалаҡтың әскелтем еҫе яҡшы тынысландырыусы һанала. Унан "йоҡо" мендәре эшләүҙәре бушҡа ғына түгел.
Ҡара ҡарағат япрағы еҫе яҡшы кәйеф булдыра, талсығыу, хәүеф тойғоһон баҫа.
Кейәү үләне еҫе нервы системаһын тынысландыра. Бигерәк тә күп эсеп формаға килә алмай йөрөгәндәр өсөн ул файҙалы.
Ныҡ арығанда, проблемалар күбәйеп киткәндә алма ашап, бүлмәгә еҫен таратып ҡуйырға була.
Фото: osteodoc.ru