Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Ноябрь 2022, 11:15

27 йәштән һуң... мейе ҡартая

Ә иң әүҙем эшмәкәрлек осоро 22 йәшкә тура килә, ти ғалимдәр...

27 йәштән һуң... мейе ҡартая
27 йәштән һуң... мейе ҡартая

Былар ҡыҙыҡлы

 27 йәштән һуң... мейе ҡартая

Ғалимдәр был хаҡта күптән уйлана: ҡасан беҙҙең баш мейеһе ҡартая башлай икән? Ҡасан уй-фекер асыҡлығы юғала, интеллект алышына, уйлау тиҙлеге аҡрыная, хәтер насарлана?

АҠШ ғалимдәре байтаҡ тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымта яһаған: баш мейеһе ҡартайыуы 27 йәштә башлана. Ә уның иң әүҙем эшмәкәрлек осоро 22 йәшкә тура килә. Ғүмер буйына тупланған белем багажы уртаса 60 йәшкә тиклем һаҡлана, тип раҫлай белгестәр.

 Балыҡ йөрәкте һаҡлай

Омега-3 май кислоталарына бай балыҡтар менән даими туҡланған ҡатын-ҡыҙ йөрәк сирҙәренә бирешмәй, тип иҫәпләй Дания ғалимдәре. Тикшереүҙәрҙә 15 йәштән 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Асыҡланыуынса, балыҡты һирәк йәки бөтөнләй һанға һуҡмаған “көсһөҙ зат” вәкилдәре даими балыҡ ашаған әхирәттәренә ҡарағанда ике тапҡырға йышыраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә юлыға икән.

 Ни өсөн тымау тейә?

 Ни өсөн һалҡын тейҙерәбеҙ? Сөнки кешенең тән тиреһе һыуыҡҡа йылыға ҡарағанда нығыраҡ һиҙгерерәк. Был тиренең бер квадрат сантиметрына һыуыҡты ҡабул итеүсе 12-15 һиҙгер нөктә тура килеүе менән аңлатыла, ә йылылыҡҡа бары ике нөктә һиҙгерлек күрһәтә. Хатта йәй көнө лә тымау тейҙереүе, сөскөрөү маҙаға тейеүе ихтимал, шуға күрә сынығырға кәрәк. Беҙҙең тәнебеҙ – микробтар өсөн уңайлы ятаҡ, ти табиптар. Организмдың һаҡлаусы көстәре уларҙың үрсеүен тотҡарлай, әммә һалҡын тейгәндә улар ҙа көсһөҙләнә, йоғошло микробтар әүҙемләшә башлай. Был хәлдең хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә, ринит йәки тонзиллит, отит йәки ангина башланыуына килтереүе ихтимал.

Фото: ЛВ. ру

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: