Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Ноябрь 2022, 22:11

Диспансерлаштырыуҙан баш тартырға мөмкинме?

pushkino.ru
Фото:pushkino.ru

Диспансерлаштырыу мотлаҡмы? Ул ниндәй сараларҙы үҙ эсенә ала? “Диспансерлаштырыу” төшөнсәһе 2011 йылдың 21 ноябрендәге 323-сө Федераль закон менән билдәләнә. Ул ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында медицина тикшереүе үткәреү, өҫтәмә медицина ғәмәлдәре һәм тикшереүҙәр, һаулыҡ һәм диспансер күҙәтеүе төркөмөн билдәләү кеүек хеҙмәттәрҙе үҙ эсенә алған медицина процедуралары комплексын тәшкил итә. Йоғошло булмаған хроник сирле, функциональ етешһеҙлектәре күҙәтелгән кешеләр өсөн ошондай ауырыуҙарҙы асыҡлау, иҫкәртеү, хәүефте кәметеү, реабилитациялау өсөн уҙғарыла. Диспансерлаштырыу һөҙөмтәләренә ҡарап ауырыуҙарға дауаланыу буйынса кәңәш бирелә.

Диспансерлаштырыу ике этапта уҙғарыла: сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡса­тында медицина тикшереүе, яман шеште асыҡлау буйынса скрининг, дөйөм ҡан анализын тапшырыу (40 йәштән өлкәндәргә), тикшереү һөҙөмтәһе буйынса консультация. Кәрәк була ҡалһа, тар профилле белгестәр ауырыу кешегә өҫтәмә тикшереү үткәрә, рентген, колоноскопия, спирометрия һәм башҡа процедуралар башҡара, тәҡдимдәр яҙа һәм сирлене дауаланыуға ебәрә. Кешенең йәшенә һәм хәленә ҡарап, табиптарҙың һәм процедураларҙың исемлеге төрлө булыуы мөмкин.

Граждандарҙың айырым категориялары диспансерлаштырыуҙы  мотлаҡ үтергә тейеш. Уларҙың тәртибе һәм даимилығы башҡарма власть органдары тарафынан билдәләнә.

2019 йылдың мартында “Өлкән­дәрҙең айырым категорияларына ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында медицина тикшереүе һәм диспансер­лаштырыуҙы үткәреү тәртибен раҫлау тураһында” 124-се фарман донъя күрҙе. Унда граждандар өсөн медицина тикшереүе үтеү алымдары, срогы һәм тәртибе билдәләнә.

Диспансерлаштырыу 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге кешеләргә – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йылына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Диспансерлаштырыу барышында барлыҡ процедуралар һәм табип консультациялары түләүһеҙ тормошҡа ашырыла. Тикшереү һәр кешенең йәшәгән урыны буйынса уҙғарыла.

Медицина тикшереүе үткәреүҙең мотлаҡ шарты – граждандың шәхси ризалығы. Әгәр тулыһынса тикше­релергә йәки айырым процедураларҙы үтергә теләмәһәгеҙ, уларҙан баш тартырға мөмкин. Шулай уҡ диспансерлаштырыу һөҙөмтәһендә асыҡ­ланған сирҙәрҙе дауалауҙан тулыһынса йәки өлөшләтә баш тартырға була.

Табип-терапевтар һәм фельдшерҙар халыҡты ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында медицина тикшереүе үтеүгә йәлеп итергә, йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙең хәүефен аңлатырға тейеш.

Йәнә страховка ойошмалары ла өҫтәмә медицина тикшереүе үтергә тәҡдим итә. Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзының Медицина стра­хов­каһы советы рәйесе А. Рыжаков әйте­үенсә, страховка агенттары ай һайын граждандарға медицина тикшереүе үтеү кәрәклеге тураһында хәбәр итергә тейеш. Әгәр кеше поликлиникаға килмәгән икән, агент бының сәбәбен белергә бурыслы. Сирле кеше диспансерлашты­рыуҙың икенсе этабынан (ошондай зарурлыҡ асыҡланһа) баш тартһа,  агенттар гражданды белгестәргә мотлаҡ күренергә кәрәк, тип өгөтләргә тейеш.

Диспансерлаштырыу – халыҡтың һау­лығын яҡшыртыуға, ауырыуҙарҙы ал­дан уҡ асыҡлап, ваҡытында дауа­лау­ға йүнәлтелгән сара. Уны һәр кем теләк буйынса үтә ала. Диспан­­сер­лаштырыуҙан баш тартҡан өсөн хөкөмгә тарттырмайҙар, тик даими шылтыратып, медицина тикшереүе үтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеп торасаҡтар.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас: