Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Ноябрь 2022, 12:15

Ҡартайғығыҙ килмәһә, "балыҡ көнө" ойоштороғоҙ!

"Йомортҡаны ғәҙелһеҙ рәүештә ҡанда холестерин артыуында “ғәйепле” иттеләр",-ти эксперт.

Ҡартайғығыҙ килмәһә, "балыҡ көнө" ойоштороғоҙ!
Ҡартайғығыҙ килмәһә, "балыҡ көнө" ойоштороғоҙ!

 Ғалимдәр аҙыҡ-түлектәге витаминдар, микроэлементтар, антиоксиданттар миҡдарын ентекләп өйрәнә һәм мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә тырыша. Өҫтәүенә уларҙың организм тарафынан еңел үҙләштерелә торған биохимик формала булыуы шарт. Рәсәй диетологтарының милли  ассоциацияһы ағзаһы, эксперт Людмила Денисенко түбәндәге исемлеккә ингән аҙыҡтарға аңлатма биргән.

Помидор. Унда әүҙем антиоксидант – ликопин, күҙәнәкле туҡыма, калий бар. Был матдәләр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ярҙам итә. Томат һуты артериаль һәм баш һөйәге эсендәге ҡыҫымды йомшаҡ ҡына итеп кәметеүгә һәләтле. Уны гипертония һәм глаукома сирҙәренә дусар ауырыуҙарға эсергә тәҡдим итәләр. 

Эксперт: Эйе, помидорҙағы ликопинға яман шешкә ҡаршы тороу үҙенсәлеге хас. Тик шуны ла онотмағыҙ, томаттарҙың күпселеге бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал. Шулай уҡ быуындары һыҙлаған кешеләргә лә артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, сөнки тоҙҙар ултырыуын көсәйтеүе мөмкин. Көнөнә берәй тапҡыр салат ашауҙың һис зыяны юҡ,әлбиттә. Термик эшкәртеү үткән томаттар хатта файҙалыраҡ та.

Һоло бутҡаһы. Унда үҫемлек аҡһымы, күҙәнәкле туҡыма, В төркөмө витаминдары, аҙыҡ епсәләре күп. Һоло бутҡаһының ҡан баҫымын төшөрөү үҙенсәлеге лә билдәле. Өҫтәүенә ул аш һеңдереү системаһын ағыулы матдәләрҙән таҙарта.

Эксперт: Һоло бутҡаһын ни тиклем күберәк ашайһығыҙ, шул тиклем иртәрәк һөйәктәрегеҙҙе йомшартыуығыҙ, остеопорозға юлығыуығыҙ мөмкин. Шулай уҡ бөйөр сирҙәре булған кешеләргә уны һаҡлыҡ менән файҙаланырға кәрәк. Аҙнаһына иртә менән  бер-ике тапҡыр  ашау – иң яҡшыһы.

Виноград.Был емештең сорттарында организмда әсеү процестарын аҡрынайтыусы биофлаваноидтар күп, улар ҡан тамырҙарын тонуста тота, тромбтар, шулай уҡ яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тороусанлыҡ хас.

Эксперт: Заманында Ҡырым табиптары һәм диетологтары виноград менән дауалап (ампелотерапия), ауыр сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырған. Әгәр ҙә һеҙ виноградтың сәләмәтлегегеҙгә файҙа килтереүен теләһәгеҙ, уны ашағанда майлы аҙыҡтан, һөт,һыра, алкоголле эсемлек, сей йәшелсә һәм башҡа еләк-емештән баш тартып тороғоҙ (эсәклектә төрлө проблемалар барлыҡҡа килмәһен өсөн). Һимереү,ашҡаҙан аҫты биҙе, шәкәр диабеты, ашҡаҙан сей яраһы менән яфаланған ауырыуҙарға виноградты аҙ миҡдарҙа ашарға мөмкин. Ҡалғандарға уны көнөнә бер килограмға тиклем  ашарға ярай.

Балыҡ. Тиренең һығылмалығы һәм йөрәк эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле май һәм витаминдарға, минерал һәм микроэлементтарға бик бай ул. Шул уҡ ваҡыта балыҡ үҙендә сәләмәтлек өсөн хәүефле терегөмөш һәм ҡурғашты туплай. Шуға күрә балыҡ аҙыҡтарының экологик хә-үефһеҙлеккә мотлаҡ тикшереү үтеүе мотлаҡ.

Эксперт: Совет осоронда кесе йома йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларында “балыҡ көнө” булды. Хәҙер диетологтар дингеҙ аҙыҡтарын һәм балыҡты аҙнаһына ике-өс тапҡыр ҡулланырға тәҡдим итә. Порция 200-250 грамм булырға тейеш.

Броколли. Кәбеҫтәнең был төрө антиоксиданттар, калий һәм магнийға бай, матдәләр алмашыныу боҙолғанда бына тигән диетик ризыҡ!

Эксперт: Супер файҙалы аҙыҡ! Бөтә кешеләргә лә уны туҡланыуға индерергә ярай. Айырыуса, төрлө сирҙәр кисергәндән һуң, бауыр, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты, катаракта, нервы боҙолоуҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау өсөн өлкәндәргә лә, балаларға ла, йөклө ҡатындарға ла ҡулланыу бик мөһим.

Йомортҡа. Ул кальцийға, лецитинға бай, тиренең тиҙ ҡартайыуын иҫкәртә.

Эксперт: Йомортҡаны ғәҙелһеҙ рәүештә ҡанда холестерин артыуында “ғәйепле” иттеләр. Был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Әгәр ҙә хәүефләнәһегеҙ икән, уның ағын ғына ашағыҙ. Мин һеҙгә аҙнаһына дүрт йомортҡа ашарға тәҡдим итәм, уны үҙегеҙ теләгәнсә төрлөсә бешерә алаһығыҙ.

 Һарымһаҡ. Унда ҡан баҫымын төшөрөү һәләтенә эйә аллицин матдәһе бар. Бөтәбеҙгә лә һарымһаҡтың бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлеге билдәле.

Эксперт: Мин һарымһаҡты файҙалы булыуы яғынан башҡа йәшелсәләрҙән өҫкәрәк ҡуйыр инем. Ул гипертониктар өсөн бик файҙалы, ҡандағы холестерин кимәлен кәметә, вирустарға ҡаршы көрәшә. Һирәк осраҡта ашҡаҙан-эсәк юлы яғынан реакция булыуы ихтимал. Көн һайын салатығыҙға бер һарымһаҡ теше һалырға онотмағыҙ.

 

 

 

Фото: barnaul-altai.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: