Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2022, 16:06

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Өфө ҡалаһы 6-сы балалар поликлиникаһының табип-педиатры, аллерголог-иммунологы Юлиә Камил ҡыҙы Искәнйәрова ата-әсәләрҙең иҫкәртеү медицинаһы тикшеренеүҙәре тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе. Иҫкәртеү сараларын ҡасан үтергә мөмкин? Ниндәй тикшереүҙәрҙе ҡасан үтеү кәрәклеген өлкәндәр беләме?

– Нимә һуң ул иҫкәртеү меди­цинаһы тикшереүе, ул ни өсөн үткәрелә? Ошо һорауҙарға асыҡ­лыҡ индерәйек. Ул байтаҡ медицина тикшереүҙәрен үҙ эсенә ала. Маҡсаты – балаларҙағы сирҙәрҙе, уларҙың үҫеш сәбәптәрен иртә осорҙа асыҡлау, сәләмәтлек төр­көм­дәрен билдәләү, пациенттар өсөн тейешле кәңәштәр биреү, сәләмәтлектәрен нығытыу. Иҫкәртеү тикшереүе йыл һайын, үҙаллы сара булараҡ, диспан­серлаштырыуға һәм диспансер күҙәтеүгә ярашлы үткәрелә.

Баланың дөрөҫ физик һәм нервы-психик үҫеше өсөн яуаплылыҡ – ата-әсә иңендә. Уларҙың ваҡы­тында ҡыҙ һәм улдарын табиптарға даими алып барып, тикшеренеү үткәреүҙәренән күп нәмә тора. Бындай медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә. Бала табыу йортонда уҡ сабый тәүге медицина тикшереүен үтә. Неонаталь скрининг бәләкәстәр өсөн хәүефле сирҙәрҙе һәм уларҙан өҙлөгөүҙәрҙе (тыумыштан килгән гипотиреоз, фенилкетонурия, адрегениталь синдром, муковисцидоз, галактоземия) иҫкәртеү өсөн башҡарыла.

Бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы педиатр ай һайын күҙәтергә тейеш, ә бер айлыҡ балаларҙы – невролог, хирург, офтальмолог, стоматолог, өс айлыҡ булғас – травматолог-ортопед, бер йәштә невролог, хирург, оториноларинголог, травматолог-ортопед кеүек белгестәр ҡарарға бурыслы. Бынан тыш, билдәле йәш осоронда лаборатор-инструменталь тикшереүҙәр үткәреү ҡаралған. Был хаҡта участка табип-педиатры һәм шәфҡәт туташы ентекле итеп аңлата ала.

Ике йәш тулғандан һуң баланың сәләмәтлеген йыл да педиатр, билдәләнгән ваҡытта тар белгестәр күҙәтә. Балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә йөрөгән кескәйҙәр һаулығын графикка ярашлы тикшерәләр. Беҙҙең 6-сы балалар поликлиникаһында бәлиғ бул­мағандарҙың бөтә категорияларына медицина тикшереүе ойошторола. Мәктәптәргә барабыҙ. Кескәйҙәр мәктәпкә уҡырға төшөр алдынан балалар баҡсаһына барып, уларҙың сәләмәтлек торошо менән танышабыҙ. Балалар учреждениеларына йөрөмәгән сабыйҙар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай, уларҙы ай һайын шәмбе көнөндә поликлиникала ҡабул итәбеҙ. Быны ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ. Иҫкәртеү сараларынан тыш, хроник сирле балаларға өҙлөгөү хәүефен кәметеү маҡсатында диспансер тикшереүе үткәрелә.

Бәлиғ булмағандарға медицина тикшеренеүҙәре үткәреү – бала сәләмәтлеге хаҡында өҫтәмә мәғлү­мәт алыу һәм төрлө сирҙәрҙең баш ҡалҡытыуын булдырмау өсөн яҡшы мөмкинлек. Шуға күрә ата-әсәләрҙе балалар сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға, ваҡытында иҫкәртеү сараларын үтергә, табиптар кәңәшен үтәргә саҡырабыҙ. Алдағы көндәрҙә һеҙгә терәк буласаҡ ул һәм ҡыҙ­ҙарығыҙҙың бәхетле киләсәгенә бөгөн нигеҙ һалына.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас: