Ишембай үҙәк район дауаханаһы хирургтары сираттағы ҡатмарлы лапароскопик холецистэктомия әмәлиәтен уңышлы атҡарҙы. Үт ҡыуығы таштар менән тулған булған, ҡайһы берҙәренең ҙурлығы 30 миллиметрға еткән. Операциянан һуң пациент үҙен яҡшы тойған, күп тә үтмәй ғаиләһенә ҡайтҡан.
Элек был мөғжизәгә тиң ине...
– Бындай әмәлиәттәр 20 йыл элек мөғжизәгә тиң ине, ә хәҙер ул медицинаның бөтә йүнәлештәрендә лә тиерлек киң ҡулланыла. Яңы ғына “аҙ тишемле хирургия” тигән төшөнсәне ауырыуҙарға тәфсирләп аңлатырға кәрәк ине. Хәҙер күптәр был хаҡта яҡшы хәбәрҙар, – ти дауахананың баш табибы Алик Янышев.
Эндоскопик хирургия – махсус инструмент ҡулланылған оператив дауалау төрө. Был операцияны яһағанда әмәлиәт үткәреләсәк ағза йәки ҡорһаҡ ятҡылығына махсус инструменттар – манипуляторҙар индерелә. Бының өсөн ҙур киҫем талап ителмәй, шуға күрә операциянан һуң яра тиҙ төҙәлә, тирелә йөйҙәр ҡалмай. Төп өҫтөнлөгө – реабилитация осоро ҡыҫҡара, ҡан аҙ юғалтыла, ауыртыу ҙа һиҙелмәй тиерлек.
Яңы технологиялар ярҙамға килә
Нефтекама ҡала дауаханаһы табиптары ла оҫталыҡтарын яҡшырта, яңы технологиялар менән эшләргә өйрәнә. Уларҙың көндәлек хеҙмәте батырлыҡҡа тиң. Яңыраҡ Республика кардиология диспансеры белгестәре менән берлектә ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы менән мөрәжәғәт иткән пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алғандар.
Пациент неврология бүлексәһенә көслө баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә, хәрәкәт боҙолоуына зарланып килгән. Ауырыу тарихында башҡа ауырыуҙар ҙа күрһәтелгән: баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуы, церебраль артериялар атеросклерозы, киҫкен миокард инфаркты... Диагностика барышында табиптар сирҙең сәбәбен асыҡлаған. Хирургтар артериаль системаға тире аша бәләкәй баллонлы нәҙек катетер индереп, тамырҙарҙы киңәйтә алған. Аҙаҡ, ангиопластиканан һуң тамырҙар яңынан тараймаһын өсөн, артерияға махсус ҡорамал ҡуялар.
Баш табиптың әйтеүенсә, инсульт хәүефенән ҡотҡарған әмәлиәт өр-яңы ангиография ҡорамалында яһалған.
Нәҫел сирҙәренә тикшереү үткәреләсәк
Башҡортостан арҡа-мускул атрофияһына, һирәк осраған нәҫел сирҙәренә күләмле неонаталь скрининг үткәреләсәк һигеҙ төбәк исемлегенә индерелде. Был яңы тыуған сабыйҙарҙа генетик сирҙәрҙе иртә асыҡларға һәм дауалау тәьҫирлелеген көсәйтергә ярҙам итәсәк.
Бер нисә йыл элек ике йәшлек Варвараға хәүефле диагноз ҡуйыла: икенсе типтағы арҡа-мускул атрофияһы. Ҡыҙға кисекмәҫтән дауалау талап ителә. Ғаилә үтә ҡиммәтле “Золгенсма” препаратына аҡса йыйыу тураһында иғлан итә. Өмөт аҡлана – 100 миллион һум туплана. 2021 йыл башында Варвараға укол яһалды. Кескәй ҡыҙ тәүге уңыштары менән ҡыуандыра башлаған да инде.
Республикала әле был хәүефле сиргә дусар булған 42 бала йәшәй. Бындай ҡаты ауырыуҙарҙы тәүге йылдарҙан уҡ дауалай башларға кәрәк, сөнки ваҡыт үткән һайын эҙемтәләр көсәйә бара, хәрәкәт функциялары боҙола, кескәйҙәр һәләк була. Республика медицина-генетика үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов әйтеүенсә, төбәгебеҙҙә бөтә яңы тыуған сабыйҙар арҡа-мускул атрофияһына тикшереү үтәсәк. Республика медицина-генетика үҙәге төбәк-ара үҙәк сифатында Волга буйы федераль округы төбәктәре балалары биоматериалдарын да ҡабул итәсәк, тикшереү үткәрәсәк.
Әгәр балала арҡа-мускул атрофияһы асыҡланһа, лаборатория яңынан ҡанды тикшереүгә ала. Диагноз раҫланһа, тикшереү һөҙөмтәләре медицина ойошмаһына ебәрелә һәм пациентҡа артабан дауалау тәғәйенләнә.
Йөклө ҡатындарға айлыҡ пособие нисек түләнә?
Медицина ойошмаһына йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға айлыҡ пособие тәғәйенләнеүен буласаҡ әсәләр беләме?
Был пособие – түбән килемле ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы сараларының береһе. Ул Рәсәй биләмәһендә йәшәгән, медицина ойошмаһына йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға ҡағыла. Төп шарт – ғаиләлә бер кешегә тәғәйен айлыҡ килем төбәктәге йән башына тура килгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.
Пособиены тәғәйенләү өсөн ғаризаны Пенсия фондына йөклөлөктөң 12 аҙнаһынан һуң ебәрергә кәрәк. Түләүҙе билдәләү өсөн уға мохтажлыҡты комплекслы баһалайҙар. Йән башына тура килгән йәшәү минимумынан артмаған килемдән тыш (Башҡортостанда – 12110 һум), ғаиләнең милеге лә иҫәпкә алына. Пособиены түләү ғаилә хәленә һәм ҡатындың эшләү фактына бәйле түгел. Республикала йөклө ҡатындар өсөн пособие күләме айына 6600 һум тәшкил итә.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА