Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2022, 22:45

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...

Яҙмалағы ябай ғына өс рецепты ҡулланып ҡарағыҙ - ярҙам итер.

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...
Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ...

Ауыр эш көнөнән һуң йә башҡа мең төрлө сәбәптән йоҡо осҡан саҡтар күп була. Ни тиклем матур уйҙарға сумырға тырышһаң да, һарыҡтарҙы күҙ алдынан үткәреп меңгә тиклем һанаһаң да, йоҡо килмәһә килмәй ҙә ҡуя. Шундай саҡтарҙа башҡа төрлө сараны ла эшкә егеп ҡарарға була. Мәҫәлән, кипкән дарыу үләндәрен.

Түбәндәге өс төрлө эсемлек тиҙерәк әүен баҙарына китергә ярҙам итер.

Сейә-ванилдән эсемлек.

Сейәлә мелатонин күп, ул гормон тәүлек ритмын - йоҡо, әүҙемлек циклын көйләү өсөн яуаплы. Иртәле-кисле был әскелтем эсемлекте ҡулланыу йоҡо-әүҙемлек ваҡытына дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам итә.

Ваниль тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә, шунлыҡтан йоҡомһоратып ебәрә. Уның хуш еҫен аромотерапияла юҡҡа ғына ҡулланмайҙар: ул көсөргәнешлекте һәм стресты һыпырып ала. Ҡулланыу өсөн ванилдең бер таяҡсаһы йәки экстрактының бер тамсыһы ла етә. Бик тә булмаһа, ванилин йә ваниль шәкәрен тотонорға ярай.

Эсемлекте әҙерләү өсөн 150-200 миллилитр сейә һуты һәм бер-ике тамсы ваниль экстракты (бер семтем ванилин да мөмкин) алына.

Йоҡларҙан сәғәт ярым тирәһе алдан бер стакан эсемлекте ҡулланыу әүен баҙарына тиҙерәк китергә ярҙам итер. Иртән эскәндә ванилин өҫтәү кәрәкмәй.

Ала миләүшә (лаванда) - аҡ сәскә (ромашка) сәйе. Был ике сәскә лә организмды тынысландырыу көсөнә эйә. Ромашкалағы апигенин мейеләге күҙәнәктәргә тынысландырғыс тәьҫир итә, хәүеф тойғоһон бөтөрә һәм, мускулдарҙы йомшартып, организмды ял итеүгә көйләй. Ала миләүшәнең хуш еҫен электән нервы системаһын тәртипкә килтереү өсөн ҡулланғандар. Ул да төнгө ваҡытта мейе эшмәкәрлегенең әүҙемлеген түбәнәйтә, көсөргәнешлекте кәметә, йоҡоға тарта.

Шифалы эсемлек әҙерләү өсөн кәрәк: бер балғалаҡ ала миләүшә, бер балғалаҡ аҡ сәскә, 200 миллилитр ҡайнар һыу, бал менән һөт. Һуңғыларын ҡушыу-ҡушмау һәр кемдең үҙ ҡарамағында.

Бәләкәй сәйнүккә сәскәләрҙе һалабыҙ ҙа өҫтөнә тейешенсә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ул 10-15 минут төнәргә тейеш. Самалап һөт һәм бал ҡушырға мөмкин. Йоҡларҙан ярты сәғәт алда эсеүҙең тәьҫире яҡшы була.

Баллы һөт. Бер стакан һөткә ике балғалаҡ бал ҡушылған эсемлек тә тынысландырып, тиҙерәк йоҡлап китергә булышлыҡ итә. Һөттөң йылы, хатта ауыҙ бешмәҫлек хәлдә эҫерәк булыуы мотлаҡ. Унда триптофан һәм кальций бар. Тәүге аминокислота тынысландырғыс үҙенсәлеккә эйә, ә кальций триптофанды үҙләштерергә ярҙам итә. Йылы һөт тән температураһын әҙерәк күтәрә, был да мускулдарҙы йомшартып, көсөргәнешлекте кәметә. Бал инсулин эшләп сығарыуҙы көсәйтеп ебәрә, триптофанға мейегә барып етергә ярҙам итә.

Баллы һөттө йоҡларҙан ярты сәғәт алдан эсегеҙ һәм тыныс ҡына йоҡлап китергә үҙегеҙҙе көйләгеҙ.

Фото: mogura.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: