Диспансерлаштырыуҙың мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, тик күптәребеҙ уны үтергә ашыҡмай. Ә республикалағы һәр өсөнсө бәлиғ булған кешене диспансерлаштырыу ҡаралған. Әгәр ошо әйтелгәндәр теүәл үтәлһә, әллә күпме сир ваҡытында иҫкәртелер, ғүмерҙәр ҡотҡарылыр ине.
Әйткәндәй, Башҡортостан табиптарының йыуан эсәктәге яман шеште асыҡлау буйынса тәжрибәһе яҡшы тип танылған һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу өсөн тәҡдим ителгән.
Табиптарҙың әйтеүенсә, колоректаль рак менән сирләү осрағын асыҡлау өсөн скрининг үтергә кәрәк. Был бигерәк тә 40 йәшен тултырғандарға ҡағыла, сөнки тап ошо йәштән был яман сир менән ауырыу хәүефе арта.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лаборатория диагностикалауы буйынса штаттан тыш баш белгесе Фәнил Билалов был анализды ваҡытында тапшырыуҙың яман сирҙе иҫкәртеүҙә, асыҡлауҙа һәм кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләне. Анализдарҙы тикшереүгә Японияла етештерелгән юғары технологиялы ҡоролма – анализатор – булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ул Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында бар.
Башҡортостандың штаттан тың баш онкологы Рөстәм Әйүпов һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөнән йыраҡ йәшәгәндәргә мотлаҡ баш ҡалаға килеп анализ тапшырыу кәрәкмәй. Бының өсөн республикабыҙҙа 18 эндоскопик бүлексә булдырылған.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан медицина ойошмаларына заманса медицина ҡоролмалары даими килтерелә. Республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайловтың әйтеүенсә, полипты, мәҫәлән, ваҡытында алдырыу яҡшы, юғиһә уның яман сиргә әйләнеүе ихтимал. Шуға Адель Альбертович медицина тикшеренеүенән ҡурҡмаҫҡа, ваҡытында диспансерлаштырыу үтергә саҡырҙы. Был иһә һаулыҡты һаҡларға, тимәк, ғүмерҙе ҡотҡарырға булышлыҡ итәсәк. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.
Фото: Софья Алешина.