Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Декабрь 2022, 22:00

Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа

"Үкенескә күрә, улығыҙ ун йыл да йәшәмәҫ", – ти табип, малайҙың ата-әсәһенә хәсрәтле ҡарап. Атай менән әсәй тын алырға ла ҡурҡып, шымып ҡала...

Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа
Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа

Был күнегеүҙәрҙе эшләп ҡарағыҙ. Һөҙөмтә шунда уҡ күренә. Көн һайын көсөгөҙ артҡанды тойорһоғоҙ. Әгәр көнөнә ике тапҡыр – иртән һәм кис башҡарһағыҙ, ун көндән файҙаһы тейер. Был система тәү сиратта рәсми медицина баш тартҡан, түшәктә ятҡан, сирҙәре хроник йәки дауалап булмаҫлыҡ тигән мөһөр һуғылған кешеләр өсөн.

Ошо системаға нигеҙ һалған япон Кацудзо Ниши ауырыуҙарынан ғына ҡотолоп ҡалмаған, ә йәшлекте оҙайтыусы сәләмәтлек системаһын эшләгән. Уның нигеҙендә алты ҡағиҙә ята, улар һәр кем эшләй алырлыҡ, һәр кем өсөн һөҙөмтәле. Нишиҙың барлыҡ "алтын" күнекмәләрен шәрә килеш эшләргә кәрәк. Был тире һәм күҙәнәктәрҙең тын алыуын әүҙемләштерә.

..."Үкенескә күрә, улығыҙ ун йыл да йәшәмәҫ", - ти табип, малайҙың ата-әсәһенә хәсрәтле ҡарап. Атай менән әсәй тын алырға ла ҡурҡып, шымып ҡала. Докторға ышанмаҫҡа бер генә сәбәп тә юҡ – уны Токиола барыһы ла яҡшы белә, берәү ҙә уның һығымталарында шикләнмәй. Әммә был юлы абруйлы белгес хаталана. Эсәктәр туберкулезы һәм үпкәнең өҫкө өлөшөнөң лимфалары ялҡынһыныуы теләһә кемдең күңелен төшөрөр ине. Әммә әле генә ул хөкөм сығарған Кацудзо Ниши исемле үҫмер 75 йәшкә тиклем йәшәйәсәк, ҙур инженер, профессор буласаҡ һәм үҙенең Сәләмәтлек системаһын эшләп, бөтә донъяға танылыу яулаясаҡ. Япония Хөкүмәте уға "Милләт ҡаҙанышы" исемен бирәсәк. Әммә был һуңынан, ә әлегә...

Дарыуҙарҙан бөтөнләй баш тарта ул. Төп дауа кешенең үҙендә булған дауалаусы көс икәненә инана, алты ҡағиҙә булдыра. Ул ике ҡағиҙәне һәм дүрт күнегеү комплексын үҙ эсенә ала.

Беренсе ҡағиҙә – ятҡан урынығыҙ ҡаты булһын. "Әгәр сирегеҙ күп икән, умыртҡалыҡты дауалағыҙ", – тип юҡҡа әйтмәй Кацудзо Ниши. Ул һәр ваҡыт кәүҙәне төҙ тотоу тураһында иҫкәрткән. Һәр саҡ үҙеңде контроллә: арҡаны һәм ҡулбаштарҙы тура, эсте тартылған килеш тоторға кәрәк. Әммә беҙ ғүмеребеҙҙең бер өлөшөн йоҡлап үткәрәбеҙ, шуға күрә был ваҡытты ял өсөн түгел, ә буй-һынды төҙәтеү өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Тимәк, ятҡан урын-ер тигеҙ һәм ҡаты булырға тейеш.

Икенсе ҡағиҙә – ҡаты мендәр, яҫтыҡ. Ниши япон мәҡәлен иҫенә төшөрә: "Ҡыйшайған муйын – ҡыҫҡа ғүмер билдәһе". Ҙур һәм йомшаҡ яҫтыҡ муйындың умыртҡаларын яфаланырға мәжбүр итә, ә ҡаты мендәр уны нормаға килтерә, баш ауыртҡанда, танау-тамаҡ, күҙ ауырыуҙарында ярҙам итә, умыртҡалыҡты нығыта.

Өсөнсө ҡағиҙә – "Алтын балыҡ" күнегеүе. Был күнегеүҙе, башҡалары кеүек үк, һәр көн иртән һәм кисен башҡарырға кәрәк. Ул буй-һынды, ҡан әйләнешен яҡшырта. Ҡаты тигеҙ ергә арҡағыҙ менән ятығыҙ, ҡулығыҙҙы баш осона һуҙығыҙ, аяҡ бармаҡтарын өҫкә тартығыҙ. Бер нисә тапҡыр сиратлап, етегә тиклем һанап, умыртҡа һөйәген тартығыҙ: тәүҙә уң аяҡ табаны менән иҙәндән алға шыуышығыҙ, ә ҡулдарығыҙ менән шул уҡ ваҡытта кирегә тартылығыҙ. Һуңынан шул уҡ күнегеүҙе һул аяғығыҙ менән эшләгеҙ. Артабан устарығыҙҙы елкә аҫтына һалып, аяҡ бармаҡтарын үҙегеҙгә тартығыҙ. Шул торошта балыҡ кеүек уңға-һулға (әммә өҫкә-аҫҡа түгел) ике минут борғоланығыҙ.

Дүртенсе ҡағиҙә – капиллярҙар өсөн тирбәлеш. Япон ғалимы, кешеләрҙең күпселек сирҙәре нигеҙендә капиллярҙарҙың ауырыуы ята, тип һанаған. Тамырҙарҙан иң элек капиллярҙар бысрай башлай. Тимәк, ҡан тәндең һәр күҙәнәгенә барып етә алмай. Капиллярҙарға шундай ауыр эштәрендә нисек ярҙам итергә? Тирбәлдерергә! Иртән һәм кисен! Тирбәлеү ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙа, тотош организмда ҡан әйләнешен яҡшырта. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙҙың аҫтына валик һалығыҙ, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, табандарығыҙ иҙәнгә параллель булһын. Бер-өс минут самаһы ҡулдарығыҙҙы, аяҡтарығыҙҙы һелкетегеҙ.

Бишенсе күнегеү – "Устарҙы һәм табандарҙы бер-береһенә терәү". Был күнегеү туҡымаларҙың ҡан әйләнешен, мускулдарҙың, нервыларҙың, эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген яҡшырта. Кацудзо Ниши, уны көн һайын дүрт минут башҡарыу ауырлы ҡатындарҙың бала табыу процесын еңелләштерә, тип яҙа. Уның шундай ике пациенты була: береһенә янбаш һөйәге тар булғанлыҡтан, операция билдәләйҙәр, икенсеһенең балаһы арҡыры ята. Һөҙөмтәлә ике ҡатын да хирургтар ҡатнашлығынан тыш бына тигән итеп бала таба.

Әҙерләнеү өлөшө. Арҡағыҙға ятығыҙ, елкә аҫтына валик һалығыҙ. Устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы тоташтырығыҙ, тубыҡтарығыҙҙы ян-яҡҡа ебәрегеҙ. Бармаҡ остары менән бер-береһенә ун тапҡыр баҫығыҙ. Артабан бармаҡ остары һәм усығыҙ менән ун мәртәбә бер-береһенә баҫығыҙ. Устарығыҙҙы айырып, уларҙы баш артына ҡуйығыҙ һәм ун тапҡыр арттан алға битегеҙ аша билегеҙгә тиклем һыпырығыҙ. Бармаҡтар баш яғына ҡарап торорға тейеш. Бармаҡтарығыҙҙы табандар яғына бороп, улар менән сандырҙан кендеккә тиклем ун мәртәбә һыпырығыҙ. Устарығыҙҙы бергә ҡуйып, ҡулығыҙҙы алға һуҙығыҙ һәм ун тапҡыр һауаны балта менән ҡырҡҡан кеүек һелтәгеҙ. Ҡулығыҙҙы ун мәртәбә мөмкин тиклем бейеккәрәк һәм аҫҡараҡ һуҙырға тырышығыҙ. Устарығыҙҙы ашҡаҙан тирәһенә (солнечное сплетение) ҡуйып, бергә ҡуйылған табандарығыҙҙы ун тапҡыр 1-1,5 табан оҙонлоғонда алға-артҡа хәрәкәтләндерегеҙ. Һуңынан 10-60 мәртәбә умыртҡа һөйәген һуҙырға тырышып, устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы бер үк ваҡытта хәрәкәтләндерегеҙ.

Төп өлөш. Табандарығыҙҙы һәм устарығыҙҙы айырмайынса күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа, ошо халәттә 10-15 минут ҡалығыҙ. Ҡул бармаҡтары түбәгә ҡарап торорға тейеш.

Алтынсы ҡағиҙә – арҡа һәм эс өсөн күнегеү. Кацудзо Нишиҙың Сәләмәтлек системаһының алтынсы ҡағиҙәһендә арҡа һәм эстең хәрәкәте үҙ-үҙеңде инандырыу менән бергә бара. Күнегеү симпатик һәм парасимпатик нервылар системаларының эшмәкәрлеген, организмдың кислота-һелте балансын тергеҙә һәм сәләмәтлеккә көйләй. Тубыҡланып ултырығыҙ, янбаш һөйәге үксәләрегеҙгә, табанығыҙға тейеп торһон. Тигеҙлекте ҡоймос һөйәгендә тотоп, умыртҡалыҡты турайтығыҙ.

Ара күнегеүе. Уны һәр алты әҙерлек күнегеүенән һуң һәр яҡҡа берәр тапҡыр эшләгеҙ. Ҡулдарығыҙҙы күкрәк тапҡырында алға һуҙығыҙ. Башығыҙҙы һулға бороғоҙ, ҡулбаш аша ҡоймосоғоҙҙо күрергә тырышығыҙ. Ҡоймос тәңгәлендә әфлисун ҙурлығында янып торған алтын шарҙы күҙаллағыҙ һәм уны яйлап ҡына арҡағыҙ буйлап өҫкә күтәрегеҙ, умыртҡалыҡтың һәр умыртҡаһы менән уның яғымлы, шифалы ҡағылыуын тойорға тырышығыҙ. Башығыҙҙы элекке торошона ҡайтарығыҙ ҙа шул уҡ күнегеүҙе икенсе яҡҡа эшләгеҙ. Һуңынан ҡулдарығыҙҙы баш өҫтөнә күтәреп, шул уҡ күнегеүҙе тиҙ генә яңынан ҡабатлағыҙ.

Әҙерлек күнегеүе. Ҡулбаштарығыҙҙы ун тапҡыр күтәреп төшөрөгөҙ. Башығыҙҙы ун мәртәбә уңға һәм һулға һалығыҙ. Артабан ун тапҡыр алға эйегеҙ һәм артҡа ташлағыҙ. Башығыҙҙы артҡа, уң яҡ ҡулбашығыҙға – ун, артҡа, һул яҡ ҡулбашығыҙға ун мәртәбә һалығыҙ. Башығыҙҙы уңға эйегеҙ, һуңынан яйлап ҡына артҡа, умыртҡалыҡҡа табан әйләндерегеҙ. Икенсе яҡҡа ҡабатлағыҙ. Һәр ҡулбашҡа унар тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ҡулығыҙҙы терһәктән тура мөйөш итеп бөгөгөҙ, уларҙы ситкә айырып, йоҙроҡтарығыҙҙы төйнәгеҙ. Эйәгегеҙ түбәгә ҡарап торғанға тиклем башығыҙҙы артҡа ташлағыҙ. Етегә тиклем һанап, терһәктәрегеҙҙе артҡа ебәрегеҙ һәм уларҙы арҡағыҙҙа тоташтырырға тырышығыҙ. Эйәгегеҙҙе түбәгә һуҙығыҙ. Был күнегеүҙе ун тапҡыр ҡабатлағыҙ.

Төп күнегеү. Бер үк ваҡытта эсегеҙ менән алға-артҡа хәрәкәтләнеп, ун минут унға-һулға сайҡалығыҙ. Күнегеүҙе эшләгәндә эстән генә: "Миңә һәйбәт, һәм көндән-көн яҡшыраҡ буласаҡ. Организмымдың һәр күҙәнәге яңыра. Ҡаным сафлана, таҙара, сәләмәтләнә. Тирем, тамырҙарым һығылмалыға, ныҡлыға әйләнә, һөйәктәрем нығый, быуындарым һығылмалана. Барлыҡ системалар, ағзалар яҡшы эшләй. Мин сәләмәтерәк, аҡыллыраҡ, изгелеклерәк, үҙемә лә, башҡаларға ла файҙалыраҡ була барам. Миңә яҡшы һәм көндән-көн яҡшыраҡ буласаҡ", - тип ҡабатлағыҙ.

Кацудзо Ниши күнегеүҙәрҙе самурайҙарҙың яратҡан хәҡиҡәтенә һылтанып, бөгөндән башларға кәңәш итә: "Бөгөн һәм иртәгә юҡ. Беҙ бары тик әлеге ваҡытта нимә бар, шуға эйә".

Күнегеүҙәр хәүефһеҙ тип һаналһа ла, тәүҙә дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.

(Шәрифә Салауатованан).

Фото: https://pcr.news/tegi

Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа
Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа
Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа
Түшәктә ятҡан, һауыҡмай тигән мөһөр һуғылған сирлеләргә дауа
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: