Иң мөһим ағзаларҙың береһе бауыр яҡшы эшләһен өсөн таҙа булырға тейеш. Әгәр май тупланһа, ул үҙ функцияһын етерлек дәрәжәлә башҡара алмай. Ниндәй ысулдар ярҙамында таҙартып була был ағзаны?
Бер стакан йылы һыуға ярты лимон һутын һығып эсеү бик файҙалы. Лимон һуты токсиндарҙы сығарыуға этәргес бирһә, таҙа һыу шлактарҙы ҡыуҙыра.
Һарымһаҡ һәм һуған ашау бик уңайлы булмаһа ла, уларҙы йыш ҡулланыу - сәләмәтлеккә табан ҙур аҙым. Был ике йәшелсәлә организмда тупланған майҙарҙы тарҡатыусы, шулай уҡ төрлө бәшмәк-бактерияларҙы сығарырға булышлыҡ итеүсе тәбиғи матдәләр бар.
Шайтан таяғы орлоҡтарынан сәй әҙерләп эсеү нимә бирә? Ундағы силимарин тигән матдә бауырҙы ағыуҙарҙан һаҡлап ҡына ҡалмай, ә токсиндарҙы ҡыуыу эшен дә башҡара.
С витаминына бай йәшелсә-емеш (брокколи, татлы борос, спаржа, кәбеҫтә, төҫлө кәбеҫтә, йәшел борсаҡ, помидор, шпинат, сельдерей, петрушка, бөтнөк, лимон, грейпфрут, әфлисун, ер еләге, ҡурай еләге һ.б.) ашау бауырҙың эшмәкәрлегенә тик ыңғай йоғонто яһай.
Бауыр сәләмәт булһын өсөн өлгөргән мәлендә (киптереп һаҡланғанын тәмләткес итеп) бәпембә япрағын төрлөсә ҡулланып ашарға була (салат, сәй итеп, һутын алып, ашҡа ҡушып һ.б.).
Һинд ризыҡтарында төп тәмләткес булып торған куркуманың һаулыҡ өсөн файҙалы булыуы күптән иҫбатланған. Ул организмдағы елһенеү процесын аҡрынайта һәм бауырҙы төрлө радикалдарҙан һаҡлай.
Фото: sibkray.ru