Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Декабрь 2022, 16:50

Яман шештән вафат булыусылар кәмей төшкән

”Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, республикала үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 17,3 промилленән дә артмаҫҡа тейеш.

Яман шештән вафат булыусылар кәмей төшкән
Яман шештән вафат булыусылар кәмей төшкән

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған  бурыстар ифрат ҙур. Айырыуса яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың вафат булыу күрһәткестәрен кәметеү мәсьәләһе ауыр, ҡатмарлы бурыстай тойола. Һәр кемдең медицина хеҙмәтенән файҙаланыуын яҡшыртыу ҙа көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу  буйынса тармаҡта етди эш бара.

Көндәлек тормошта медицина учреждениеларының яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына шаһитбыҙ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менә көрәш” программаһына  ярашлы һатып алынған һанлы технологиялар хаҡында халыҡты даими  таныштырып барырға тырышабыҙ. Был заманса ҡорамалдар сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итә. Улар  айырыуса онкологтар, нейрохирургтар, урологтар, гинекологтар, хирургтар өсөн әһәмиәтле.

Яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Был беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә  нимә бирәсәк?

–Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджеттың социаль өлөшө – 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, киләһе йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды, – тигәйне ултырыштарҙың береһендә  республика Премьер-министры Андрей Назаров.

Бынан тыш, “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүҙең план күләмдәрен арттырыу ҡарала, шулай уҡ табиплыҡ амбулаториялары, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкциялар алыу планлаштырыла.

Республикала медицина документтарының берҙәм һанлы базаһы булдырылыуы, унда беҙҙә йәшәгән һәр кем тураһында мәғлүмәт һаҡланған дүрт миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланыуы тармаҡтың эшмәкәрлеген үтә күренмәле итә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 600 миллиондан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы, тиҫтәләгән миллион лаборатор тикшеренеү, рецептар, электрон “больничный”ҙар барыһы ла бер базала! Система – медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек эш ҡоралы, иң мөһиме, уның нигеҙендә сервистар һәм хеҙмәттәр эшләй.

Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта яман шеш сирҙәрен һәм үлем осраҡтарын кәметеү буйынса саралар тикшерелде.”Онкология сирҙәре менән көрәш ”  төбәк программаһына ярашлы, республикала үлем күрһәткесе 100 мең халыҡҡа 17,3 промилленән дә артмауы шарт. Медицина учреждениеларында  иртә стадияла  яман шеш осраҡтарының кәм тигәндә 56 проценты асыҡланырға тейеш. Сирлеләрҙең  кәм тигәндә 70 процентының диспансер күҙәтеүендә булыуы мөһим.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин күрелгән  саралар һөҙөмтәһендә быйыл 11 ай эсендә  яман шеш сирҙәренән үлем күрһәткестәренең  былтырғы менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа кәмеүен белдерҙе. Былтыр  тәү тапҡыр асыҡланған яман шеш осраҡтары 11 меңдән ашҡан. Ә сир күрһәткесе былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 8,6 процентҡа күберәк. Был хәл диагностиканың һәм яман шештәрҙе асыҡлау кимәленең яҡшырыуы хаҡында һөйләй.

Бөгөн республикала онкология хеҙмәтен халыҡҡа 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге  күрһәтә. Йыл һайын уларҙа 170 мең кеше ҡабул ителә. Республика онкология диспансерының ун яңы филиалында йыл һайын 20 мең тирәһе ауырыу дауалана.  Әлеге ваҡытта онкология хеҙмәтен һанлаштырыу дауам итә, телемедицина консультацияһы үҫешә. Быйыл медицина учреждениеларына 513 миллион һумға  алынған яңы юғары технологиялы ҡорамалдар онкология хеҙмәтен күрһәтеүҙе һиҙелерлек яҡшыртыр, тигән өмөт бар.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:ГБУЗ ЯНАО

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: