"Ер йөҙөндә иң төҙөк, бөтөн нескәлектәренә хәтле уйланып эшләнгән аппарат – ул кеше организмы. Был минем фекерем түгел, был ғәлимдәрҙең вердикты. Уны дөрөҫ итеп ҡулланыу инструкцияһы кешенең башына тыуған да уҡ һалына. Бары тик үҫкән һайын ул белемде арттыра, байыта, нығыта барырға тейешбеҙ. Бының өсөн китаптар уҡырға, тән төҙөлөшөн өйрәнергә мотлаҡ кәрәклеген генә онотмаҫҡа кәрәк. Сөнки кешегә ер йөҙөндә йәшәү өсөн үҙ тәнен яҡшы белеү зарур. Яҡшы белгән һайын беҙ аппаратты дөрөҫөрәк эксплуатацияләйбеҙ, уның менән идара итеү рычагтарын яҡшыраҡ ҡулланабыҙ. Был ниндәйҙер дәрәжәлә үҙебеҙҙең тәнгә физик тән булараҡ ҡарау булһа, әле уның күңел, аң тигән өлөшө бар икәнен беләбеҙ. Ул өлөштәренең дә үҫеүе, байыуы, нығыныуы мөһим. Тик һуңғы ваҡытта миңә ишетелгән хәбәрҙәр бының киреһен күрһәтә. Беҙ әле һаман да үҙебеҙҙең тәнде йүнләп белмәйбеҙ, өйрәнмәйбеҙ, уны дөрөҫ туҡландырмайбыҙ, ҡулланмайбыҙ. Ауырырбыҙ ҙа беҙҙе дауаларҙар әле, уның өсөн табибтар бар тип, уларға һалышабыҙ. Тик инде табибтар ҙа хәҙерге заман сирҙәрен нисек дауалап бөтөрөргә белмәйенсә, интегеп бөттөләр буғай. Улар ҙа бит “ Я НЕ БОГ” тиҙәр.
Был яҙмамды бөгөнгө көндә ныҡ үрсегән онкология сирҙәренең береһе ашҡаҙан рагына бағышлағым килә. Унан нисек дауаланырға тигән һорауҙарҙы күп осраҡта һуңғы сиккә еткәс бирәләр, ашау үтмәйенсә интегеп, ғазапланыуҙар башланғас ҡына. Больница юлдары тапалып, шифа таба алмайынса интегеп... Һуңға ҡалыу осраҡтары ла күп. Сөнки кеше тәненең дә ресурстары икһеҙ – сикһеҙ түгел. Уны аяҡтан йыҡҡансы аяуһыҙ ватыусы бары тик бер генә әҙәм – кеше үҙе.
Барығыҙҙы ла ,яҡташтар, ашҡаҙан рагынан профилактика яһауға саҡырғым килә. Был хөкүмәт дәрәжәһендә үткәрелә торған саралар нисек мөһим булһа, щуға тиң. Әгәр ҙә беҙ барыбыҙ ҙа был сирҙең ҡайҙан һәм нисек килеп сығыуын аңламаһаҡ, уға бары тик үҙебеҙҙең ғәйепле икәнде төшөнмәһәк, ашҡаҙан сирен булдырмауҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ икәнен үҙләштермәһәк, беҙҙең киләсәк бик күңелһеҙ картиналарҙа сағыла. Эйе, хастаханаларҙа табибтар ҡулдан килгәндәрен эшләйҙәр. Тик ник аяныс хәлгә еткерергә үҙеңде?
Әйҙәгеҙ барыһына ла ябай ғына күҙлектән, әллә ниндәй ҡатмарлы һүҙҙәр, терминдар ҡулланмайынса ғына ҡарайыҡ әле.
1. Нимә ул ашҡаҙан? Беҙ ашағанды ҡайнатыусы орган. Уның Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән йәки үҙенең функцияһын үтәй торған размеры, мөмкинселеге,тәғәйенләнеше бар. Ул теләһә ҡайһы аппарат кеүек ял итергә, йыуылырға, таҙартылырға, ремонт сервисы алырға тейеш. Уны ашағас йыуыла торған тәлинкә йәки сынаяҡ менән тиңләштерергә була. Беҙ уларҙы көндә йыуып, ышҡып торабыҙ. Ә ашҡаҙан менән нишләйбеҙ? Уны шул хәтлем бысыратабыҙ, ул сереү хәленә барып етә, унда шештәр үҫә, бактериялар мыжлай, паразиттар гөрләй, ә беҙгә хоть бы хны урыҫса әйтһәк. Кем ғәйепле? Бары тик хужаһы!!!
Әйҙәгеҙ, был хәлгә нисек барып етмәҫкә тигән һорауға барыбыҙ ҙа яуап эҙләйек. Ашҡаҙан сирле булһа бөтөн тән сирле була. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү - ашҡаҙан рагына ғүмерҙә лә барып етмәүгә этәреш булып тора. Әйбәт бит!!! Ашҡаҙан йөҙ йәшкә еткәндә лә үҙенең функцияһын үтәй торған орган. БЫНЫҢ ӨСӨН УНЫ ВАТМАҪҠА, БЫСЫРАТМАҪҠА, ЭШТӘН СЫҒАРМАҪҠА КӘРӘК.
Түбәндәге ҡәғиҙәләрҙе мин үҙем дә көндә үтәргә тырышам, үтәйем. Бының өсөн өйөп - өйөп китап уҡыйһы юҡ, институттар бөтөрәһе түгел, бары тик башты эшләтергә һәм ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.
1. Көндә иртәнсәк ашҡаҙандан кисәге ашағандан ҡалған ризыҡ ҡалдыҡтарын йыуып эсәктәргә төшөрөргә кәрәк. Ә сереп ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтары өҫтөнә тағын өйөргә кәрәк түгел. Ашҡаҙан көндә иртәнсәк тап – таҙа көйөнә, тәлинкә кеүек, ризыҡ ҡабул итергә әҙер булырға тейеш. Бының өсөн бер – бер артлы йотомлап бер нисә стакан йылы һыу эсергә кәрәк. Эскән һыу ашҡаҙанды йыуа һәм уны сереп ятҡан ҡалдыҡтарҙан арындыра тора.Һыуҙың таҙа, эсергә яраҡлы булырға тейешлеген яҙмаһам да беләһегеҙ. Әгәр ҙә быға хәтлем эсмәгән булһағыҙ, әҙҙән башлап күндерегеҙ. Иртәнсәк һыу эсеү бөтөн ағҙаларҙы ла уятып, уларҙа хәрәкәт башлай, беҙҙең бөтөн органдар бер – береһенә ныҡ бәйле. Улар бер звенола торалар. Лимфалар йыуыла, тәндәге төндә йыйылған ҡулланылған бысыраҡ һыу этелеп дренажға сыға. Бысыраҡты бары тик һыу менән йыуып була. Иҙәнде сеперәк менән күпме генә ышҡыһаң да йыуылмай. Һыу кәрәк!!! Беҙҙең тәнгә лә.Ҡан юлдарына ла, капиллярҙарға ла.
2. Ашҡаҙанды йыуғас, уның әле стенкаларына төндә үрсегән зыянлы бактериялар, хатта паразиттар, грибоктар йәбешеп ҡалырға мөмкин. Улар ҙа язва ла, гастрит та, рак та, полип та үҫеүенә еткерәләр. Улар булмаһа, ул сирҙәр булмай. Тимәк, көндә!!!!! уларҙы ҡыйратып торорға кәрәк. Ә нисек? Һыу эскәс, ашҡаҙандағы сереп ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтары йыуылып сыҡҡас, улар оголенный ҡалалар. Бына шунда инде уларҙы ла ашҡаҙандан ҡыуаларға кәрәк. Һәркем үҙенең самаһынан сығып, кипкән әрем, пижма, сәскәләрен, порошогын, онталған һарымһаҡ бөртөктәрен, прополись төнәтмәһен, куркума, ҡәнәфер, имбирь, усаҡ, имән ҡайрыһы, һәм һәркем үҙе белгән, үҙенә яраған протвопаразитарный!!! әйберҙе тағын әҙерәк һыу менән эсеп ебәрһә, ул ғәләмәттәр ашҡаҙандан сығып китәләр, ә көндә яһап торһаҡ үрсей алмайҙар.Хатта кипкән әремде 5 бөртөк сәскәһенән башлап, ашҡаҙанды күнектерә барып ярты сәй ҡалағына хәтле еткереп, көндә эсергә була. Әремдең әсеһенә бер генә паразит та, микроб та, инфекция ла, грибок та үрсей алмай, ул уларҙы парализовать итеп, ҡыйратып тора. Улар булмаһа, сереп ятҡан ризыҡ булмаһа, ракка ашҡаҙанда бер ниндәй ҙә уңайлы шарт юҡ үҫергә!!!
3.Һыу эскәндән һуң йыбанмайынса ашҡаҙандың эшсәнлеген әйбәтләтә торған хәрәкәттәр яһау бик әйбәт. Иң әйбәте әлбиттә намаҙ хәрәкәтәттәре. Тик барыбыҙ ҙа намаҙҙа түгел бит. Тимәк ул хәрәкәттәрҙе һәркем үҙе һайлай. “Упражнения для улучшения работы желудка” тип тә эҙләргә була. Йога хәрәкәттәре лә әйбәт. Бары тик һәрбер ағзаның ҡыҫҡартылыу тигән йәки сокращение тигән функцияһын көндә тренировать итеп торорға кәрәк. Органдарҙа мускулдар сокращаться итеп торһалар, уларҙа торғонлоҡ булмай, таш, ҡом, полип, башҡа шештә, һыу йыйылыу булмай. Беҙҙең мускулдар тышҡы яҡта ғына түгел, улар һәр органда бар. Меңәрләгән!!!
4. Тимәк иртәнсәк беҙ ашҡаҙанды йыуырға, сереп барған ризыҡ ҡалдыҡтарынан арындырырға, уны дезинфикцияләргә тейешбеҙ. Шунан инде ашҡаҙандан ҡыуалап сығарған теге ғәләмәттәр, серек ҡалдыҡтары эсәктәрҙә беҙгә зыян һалмаһын өсөн, уларҙы артабан ҡыуаларға, тышҡа сығарырға кәрәк. Мотлаҡ!!!!! кәрәк.Әлбиттә бының өсөн һепертке кәрәк.Ә һепертке булып теләһә ниндәй бешмәгән йәшелсәләрҙән яһалған салат ашау көндәлек бурыс булып тора.Бешмәгән йәшелсәләрҙән яһалған салат ашау – сәләмәтлек нигеҙе. Был буш һүҙҙәр түгел. Әлбиттә һәркемдең үҙенең иртәнсәк эсә торған күнеккән сәйе, кофеһы, үлән сәйҙәре бар. Тик уларҙы һыуҙарҙы эсеп, ашҡаҙанды йыуғас, бөтөн беҙҙе ҡыйрата, шеш үҫтерә торған ғәләмәттәрҙе ҡыуалағас ҡына эсәбеҙ. Сәй ул ризыҡҡа һанала. Көндәлек салат ашауҙы тайпылышһыҙ үтәй торған ҡарар һымаҡ ҡабул итергә кәрәк. Һәркем үҙе теләгән салатты һайлай. Кемдер бешмәгән морковь ҡырып ашай, кемдер сөгөндөр менән икеһен, кемдер кәбеҫтә, ашҡабаҡ, тик улар барыһы ла эре клетчатка булырға тейеш. Үҫемлек майы ҡушырға онотмайбыҙ, улар бергә генә эшкәртелә тейҙәр ғалимдар.Ашҡаҙанды йыуғас, дезинфицировать иткәс, уны һепереп ворсинкаларын таҙартҡас, ул гөрләп эшләй, беҙгә икһеҙ – сикһеҙ рәхмәт әйтеп, ватылмайынса хеҙмәт итә. Ашағандан һуң бер – ике сәғәт үткәс, һыу эсеп, тағын ҡалдыҡтарынан йыуырға, таҙа һыу менән ҡалған органдарҙы ла торғонлоҡтан таҙартырға кәрәклеген онотмаҫҡа кәрәк. Төшкө ашҡа ла салат булһа, ғәләмәт шәп була. Беренсенән витамин инеп тора. Икенсенән салат эсәктәрҙә торғонлоҡ, эс ҡатыу булдырмай. Был осраҡта беҙ ашҡаҙанға ла, ҡалған органдарға ла шундай еңеллек бирәбеҙ, уларҙа ҡатып ҡалыу, сереү, бысыраҡ һыу йыйылыу, шеш барлыҡҡа килеү мөмкинселеге булмай.
5. Ашҡаҙан өҙлөкһөҙ киңәйә, һуҙыла торған орган түгел. Уның үҙ формаһын юғалтмаҫлыҡ итеп ашаһаҡ, ул сәғәт кеүек эшләй, ризыҡ тиҙ эшкәртелә, ул ашты тиҙ ҡайната!!! Шуның өсөн самаһыҙ күп ашау, уның аҫҡа табан һуҙылыуына еткерә, уның стенкалары йоҡара, аҫҡа табан һуҙылған ерендә инде ризыҡ этелеп сыға алмайынса сереп ята. Был осраҡта һыу эскәндә лә ул ерҙәр тулыһынса таҙарып бөтмәҫкә мөмкин. Һуҙылған, тартылған ашҡаҙандың ворсинкалары насарая, ашаған ризыҡ әйбәт эшкәртелмәй, ашҡаҙанға ныҡ ауырлыҡ килә. Унда ризыҡ оҙаҡ ята, ясей, серей, газ йыйыла. Бына шунда инде отрыжка, гастрит, язва кеүек ғәләмәттәр барлыҡҡа килә. Ауыҙҙан иртәнсәк һаҫы еҫ сығып, тел ап – аҡ булып килеп тораһың. Ашҡаҙандың төбөндә әсеп ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтары нимә эшләй һуң? Әсей, һаҫый, төрлө сиргә шарт булып тора. Ҙурайған ашҡаҙан йөрәкте ҡыҫа, хәлде ала, бөйөрҙәрҙе урынынан күсерә... Давление, шәкәр сире. Панкреатит һәм башҡа...Тимәк, ашҡаҙаныбыҙ эшкәртә алырлыҡ ҡына ризыҡ ашау – сәләмәтлек сығанағы.
6.Ашҡаҙан – сүп һауыты түгел. Ниндәй ген алдауыслы, ялтыр – болтор һауыттарҙа, әллә ниндәй ЕЕләр, эмульгаторҙар,яһалма тәмләткестәр ҡушылған ризыҡ юҡ. Ғәләмәт инде!!! Ашарға яраҡлы ризыҡты ғына тир түгеп алған хеҙмәт хаҡына һатып алайыҡ әле, яҡташтар!!! Ул һыра, араҡы, тәмәке... Кешелекте ҡырыусы, сиргә еткереүсе ашау икәнен иҫтә тотайыҡ.
Ашҡаҙандың эшсәнлеге кешенең психик хәләтенә лә бәйле тейерҙәр. Дөрөҫ. Әгәр ҙә беҙ эстән янып – көйөп йөрөйбеҙ икән, ашаған ризыҡ та ағыуға әйләнә. “Ашҡаҙаным эшләмәй, ашағаным таш булып тора тейҙәр,”- ҡайһы берәүҙәр. Белмәйем, кем нисектер, минем дә донья булғас төрлө саҡтар була, кемдер рәнйетә, нахаҡ һүҙ ҙә ишетергә мөмкин, ниндәйҙер күңелһеҙ хәлдәргә лә юлығыу була. Тик мин һәрваҡыт Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Уның ярҙамына бар күңелем менән ышанам. Шулай йәшәүе еңелерәк.Ашҡаҙаныма алмаҫҡа тырышам тормош ауырлыҡтарын.
Был аралағы тарихтарҙы яҙмаҫҡа булдым. Был тарихтар килеп сыҡмаһын ине тигән маҡсат тыуҙы башымда. Кемдәрҙеңдер бер ҡашыҡ ризыҡ йоторға, бер йотам һыу эсергә интегеп ятыуҙары йөрәкте әрнетә. Ә бит был ғазапланыуҙы урап үтергә була. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Беҙгә бер генә тапҡыр ер йөҙөндә рәхәтләнеп йәшәр өсөн бирелгән тәнебеҙҙе ник ғазаптарға һалабыҙ һуң?"