Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Ғинуар 2023, 22:05

Киҙеү: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

issa.pnzreg.ru
Фото:issa.pnzreg.ru

Төрлө сирҙәрҙе күптәр табипҡа бармайынса, үҙе дауаларға тырыша. Был, әлбиттә, дөрөҫ түгел, сөнки бары медицина хеҙмәткәрҙәре дөрөҫ диагноз ҡуя һәм дауалау юлын күрһәтә ала.

Әле – миҙгел сирҙәренең “аҙған” осоро. Ковид, киҫкен респиратор инфекция, киҙеү һәм башҡалар һәр кемде “һағалай”. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡ­лау министрлығының матбуғат хеҙмәте грипҡа бәйле имеш-мимешкә урын ҡалдыр­мау өсөн түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

  1. Киҙеү менән сирләгәндә тән темпера­тураһы ныҡ күтәрелмәй. Был – миф. Ауырыу ваҡытында тән температу­раһы 38,5 – 39,0 градусҡа тиклем күтәрелә. Ҡайһы ваҡытта был хәл тәүге сәғәттәрҙән үк күҙә­телә. Әммә бәғзе пациенттарҙа гриптың субфебриль (37,1 – 37,9 градус) йәки нормаль тән температураһы менән үтеүе ихтимал.
  2. Киҙеү ваҡытында танауҙан һыу ныҡ аҡмай. Был да ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Сирләй башлағанда танауҙың тоноуы күҙәтелә. Был зарарланған туҡыма­ларҙың шешеүе менән бәйле. Грипп менән ауырығандың өсөнсө көнөндә танауҙан һыу ағыуы иммунитеттың ваҡытлыса төшөүе һәм ошо сәбәпле бактерияларҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле.
  3. Киҙеү вирусы һыуыҡтан ҡурҡ­май. Был ысынлап та шулай. Һауа темпе­ратураһы нуль тирәһе булғанда, вирус бер айға тиклем һаҡлана, ә түбәнерәк температура осраҡ­тарында тағы оҙағыраҡ. Был саҡта ябай һабындың вирустың юҡ итеүе тура­һында оноторға ярамай. Шулай уҡ ультра­фиолет яҡтылыҡ һәм 60 градус­тан юғары­раҡ температура ла кире йоғонто яһай.
  4. Температуранан таблеткалар грипҡа организм буйлап таралырға булышлыҡ итә. Эйе, был – факт. Тән температураһының нормаль йәки аҙ ғына юғары булыуы – вирус өсөн бик уңайлы мөхит. Хәл ҡәнәғәтләнерлек икән, тән температураһын төшөргән дарыуҙар өлкәндәргә – 38, балаларға 38-39 градустан юғарыраҡ булғанда ғына кәңәш ителә.
  5. Киҙеүҙе дауалау мәғәнәһеҙ: сир хәүефле түгел һәм үҙе үтеп китә. Был дөрөҫ түгел. Грипп – бик хәүефле сир, һәм уның хатта үлем осраҡтарына килтереүе ихтимал. Был бигерәк тә бәләкәй балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә ҡағыла. Йәнә сирҙең аҙаҡ төрлө эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Ул бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһай. Дауалауҙы үҙ ваҡытында башлау сирләү ваҡытын ҡыҫҡартып ҡына ҡалмай, ә төрлө өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймай, үлем осраҡтарын булдырмай.
  6. Киҙеүҙе антибиотиктар менән дауаларға мөмкин. Был да миф, сөнки антибиотиктар бактерияларға ғына йоғонто яһай. Вирустарҙың бактериялар менән бер ниндәй бәйләнеше лә юҡ, шуға вируслы сирҙәрҙе, шул иҫәптән грипты антибиотиктар менән дауалауҙан фәтүә юҡ. Ҡайһы саҡта көсһөҙләнгән иммунитетҡа икенсел бактериаль инфекцияның килеп ҡушылыуы ихтимал. Һәм бына ошондай осраҡта бары табип ҡына антибиотиктарҙы тәғәйенләй ала.
  7. Киҙеү менән сирләмәү өсөн витаминдар эсеү һәм күберәк һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, лимон ашау етә. Был да дөрөҫ түгел. Витаминдар организмды дөйөм нығытыу ҡеүәһенә эйә, әммә уларҙың вирустарға йоғонтоһо юҡ. Шуға вакцинация, сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу кеүек комплекслы иҫкәртеү саралары тураһында хәстәрлек күреү зарур.
  8. Киҙеү вирустары даими мутациялана, шуға уларҙың ҡайһыһының “мода”ла икәнлеген, тап унан һаҡлаясаҡ вакцинаны эшләргә икәнлеген алдан күҙаллап булмай. Был һүҙҙәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вирустарҙың тотош донъя буйлап күсеүен даими тикшерә, вакцина етештереүселәргә кәңәштәр бирә. Вакцина 100 процент раҫланмаған осраҡта ла, ул барыбер тәьҫир итә, сөнки антиматдәләр ниндәйҙер бер “вирус” менән генә түгел, уның яҡын “туғандары” менән дә көрәшә ала.

Киҙеү – бик хәүефле сир һәм уның хатта үлем осраҡтарына килтереүе ихтимал. Был бигерәк тә бәләкәй балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә ҡа­ғыла. Йәнә сирҙең аҙаҡ төрлө эҙемтәләргә килтереүе мөм­кин. Ул бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһай. Дауалауҙы үҙ ваҡытында башлау сирләү ваҡытын ҡыҫҡартып ҡына ҡалмай, ә төрлө өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймай, үлем осраҡтарын булдырмай.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау булығыҙ, һәр көн сәләмәтлектә, именлектә үтһен!

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: