Талҡан - туҡлыҡлы, көс биргән, дауалау үҙенсәлектәренә эйә милли ризыҡ. Әммә уны боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, ағас тирмәндә тартып әҙерләүселәр һирәк.
Ҡайһы бер ауылдарҙа боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлап, талҡан эшләгәндәрҙе осратырға мөмкин. Шуларҙың береһе – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Гөлсирә Хамматова. Уға 85 йәш тула. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, инәй әле лә үҙе ҡурмас ҡыҙҙыра, талҡан арта. Атаһының ҡул тирмәһен бик ҡәҙерләп һаҡлай, ҡомартҡы 1947 йылда эшләнгән.
Гөлсирә Хамматова был ризыҡтың нисек әҙерләнеүе хаҡында шул тиклем ихлас итеп һөйләне.
– Тәүҙә бойҙайҙы таҙартабыҙ, йәғни елгәреп алабыҙ. Бының өсөн урам уртаһына ҙур ашъяулыҡ түшәп, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен иҫәпкә алып, һауытҡа ҡойолған ашлыҡты әкренләп елгәрәбеҙ. Былай иткәндә, буш бойҙайҙар ситкә оса, яҡшылары ашъяулыҡта ҡала. Артабан уны тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ. Бер эшләгәндә бер биҙрә самаһы ҡыҙҙырып алам, – ти ул.
Тарттырылған он кеүек массаны табаҡҡа һалабыҙ. Самалап аҡ май иретәбеҙ, әҙерәк һыу, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Артабан иретелгән май өҫтөнә самалап тарттырылған массаны һалабыҙ, бер аҙ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Берегергә тейештәр, ҡул менән эшләргә лә була. Шунан үҙебеҙгә кәрәк ҙурлыҡта йомарлап, батмусҡа теҙәбеҙ. Бер аҙ һыуытырға ҡуйғас, ашарға мөмкин.
Талҡан ашап, буҙа эсеп, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары менән туҡланһағыҙ, һеҙ ҙә Гөлсирә инәй кеүек оҙаҡ йәшәрһегеҙ, матур, һау-сәләмәт булырһығыҙ!
Автор фотоһы һәм видеоһы.