Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Ғинуар 2023, 17:00

Әсә булыу еңел бирелмәне...

Йөклөлөктөң 17-се аҙнаһында сабыйҙарҙың береһенең йәшәүгә һәләтле булмауы асыҡлана.

Әсә булыу еңел бирелмәне...
Әсә булыу еңел бирелмәне...

Әсә булырға хыялланған ҡатын, ҡатмарлы юл үтеп, ниһайәт, балаһын ҡулына алыуға өлгәште. Республика перинаталь үҙәге уға ауыр барған йөклөлөктө һаҡларға һәм яралғыны 37 аҙналыҡҡа еткерергә ярҙам итте. Ике ғүмерҙе һаҡлау өсөн барған көрәш тураһында социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

...Бала табырға теләгән ҡатын ЭКО процедураһы ярҙамында ауырға ҡала, игеҙәктәр тыуасағы билдәле була. Әммә 17-се аҙнала сабыйҙарҙың береһендә үҫеш кәмселеге асыҡлана. Мәскәүҙәге В.И. Кулаков исемендәге ғилми үҙәктә  һау эмбрион үҫешһен өсөн йәшәү көсө булмаған икенсеһен алып ташларға мәжбүр булалар. Балаятҡының  дөрөҫ урынлашмауы хәлде тағы ҡатмарлаштыра.

Йөклөлөк 33-34 аҙналыҡ булғас, ҡатын ашығыс рәүештә 2-се республика перинаталь үҙәгенең йөклөлөк патологияһы бүлексәһенә килтерелә. Акушер-гинекология ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары Ирина Фәтҡуллина, бүлексә мөдире Эльмира Ғәлимова һәм табип Анна Хәлимовалар ярҙамында йөклөлөктө бер нисә аҙнаға һуҙырға мөмкинлек тыуа. Балаһын табыу өсөн әсәне Мәскәүгә оҙатырға уйлайҙар, тик хәле самолетта осорлоҡ  булмағас, йөклөлөктөң 37-се аҙнаһында үҙаллы кесарь киҫеме ысулы менән операция яһарға тәүәккәллек итәләр. Шулай итеп, һау-сәләмәт, көтөп алынған малай донъяға килә.   

Операция мәлендә табиптар юғалтылған, артабан таҙартылған ҡанды пациент организмына ҡайтарыусы cell-saver аппаратын ҡуллана. Был сит плазманы организмға индереү күләмен кәметә. 

Бала иҫән-һау тыуғас та,анетезиология һәм реанимация белгестәре уның “өлгөрөүен” тиҙләтергә ярҙам итә. Тәрбиәләүҙең тәүге этабы уңышлы тамамланған. Ҡатмарлы юлды үткән әсәгә һәм сабыйға сәләмәтлек, үҙ эштәрен яуаплы башҡарған акушерҙарға уңыштар теләйһе ҡала.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: