Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман шеш, тиҙ үҫешеп, үлемгә килтергән сәбәптәрҙең береһе булып тора. Яман шешкә хас билдә - аномаль күҙәнәктәрҙең ғәҙәти сиктәрҙән ситтә үҫеүе һәм, тәндең яҡындағы өлөштәренә үтеп инеп, башҡа органдарға таралыуы.
Элекке табип булараҡ, донъяла яман шеш үҫешенең төп факторҙары – тәмәке һәм алкоголь ҡулланыу, сәләмәт булмаған туҡланыу һәм физик әүҙемлектең түбәнлеге, тип әйтә алам; улар башҡа йоғошһоҙ ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефенең төп дүрт дөйөм факторын тәшкил итә.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, яман шеш ауырыуҙарының 30-50 процентын булдырмаҫҡа мөмкин. Әгәр хәүеф факторҙарына юл ҡуйылмаһа һәм фактик мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән иҫкәртеү үткәрелһә, быға өлгәшергә мөмкин. Бынан тыш, сир яман шеште иртә асыҡлау юлы менән дә кәмей. Иртә диагностика үткәндә һәм тейешле дауаланыу алғанда сирҙе еңеү ихтималлығы юғары.
Беҙ планлы рәүештә иртә диагностика, лаборатор тикшеренеүҙәр ярҙамында, юғары технологиялы операциялар һәм төрлө терапия төрҙәрен ҡулланып, үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәшәбеҙ. Республикала сирҙе асыҡларға ярҙам иткән скрининг программаһы эшләй.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм ваҡытында медицина тикшереүе үтегеҙ. Барыһына ла һаулыҡ!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндың социаль селтәрҙәге яҙмаһынан.
Сығанаҡ: vk.com/wall523359892_2873