Һәр сәғәттә – айырым процесс. Мәҫәлән, киске 10-да биологик сәғәттәр ятырға кәрәклекте иҫкәртһә, төнгө 3-4 тирәһендә иһә кеше тәрән йоҡоға тала.
Көн буйы хәлле-дәртле булыу өсөн үҙ ваҡытында ятып, яҡшы ял итергә, көс тупларға кәрәк икәнлеген беләбеҙ. Юҡһа, баш ауыртыуы, эштең һөҙөмтәлелеге насар булыуы бар. Һәр сәғәт организмда барған ниндәйҙер бер процесҡа яуап бирә, тип билдәләгән тикшеренеүселәр.
Мәҫәлән...
22.00 сәғәттә ҡанда лейкоцит күләме икеләтә арта. Тән температураһы төшә. Биологик сәғәт йоҡларға кәрәклекте иҫкәртә.
23.00 сәғәттә тән нығыраҡ йомшара, шул уҡ ваҡытта һәр күҙәнәктең тергеҙелеү системаһы бара.
24.00 сәғәт. Йоҡо нығыраҡ баҫа, төш күрә башлау мәле етә, ә мейе эшләүен дауам итә: көн дауамында алған мәғлүмәтте тәртипкә килтерә.
Сәғәт 1-ҙә йоҡо бик һиҙгер. Электән ауыртҡан берәй ағза үҙен һиҙҙертеүе һәм таңға тиклем һыҙландырыуы ихтимал.
Сәғәт 02.00. Бөтә ағзалар ҙа ял иткәндә, бауыр эшләй: ойоған организмды шлактарҙан таҙартыу эшен туҡтатмай.
Сәғәт 03.00. Кеше тулыһынса йоҡоға тала: ҡан баҫымы төшә, пульстың тибеше һәм тын алыш һирәк-һаяҡ ҡына тойола.
Сәғәт 04.00. Мейегә ҡан аҙ барғанлыҡтан, кеше уянырға әҙер түгел әле. Ә бына ишетеү һәләте был ваҡытта көслө: шым ғына тауыштан да уяныуың бар.
Сәғәт 05.00. Бөйөрҙәр ял итә, мускул хәлһеҙ, матдәләр алмашыныуы әкрен генә бара, шул уҡ ваҡытта организм уянырға әҙер.
Сәғәт 06.00. Бөйөр өҫтө биҙҙәре ҡанға адреналин һәм норадреналин ебәрә башлай. Улар үҙ сиратында ҡан баҫымын күтәрә һәм йөрәк тибешен шәбәйтә. Тимәк, организм да уянырға әҙер, ә аң һаман йоҡомһорай әле.
Сәғәт 7-лә – иммун системаһының йондоҙло сәғәте. Был ваҡытта организм уянырға тулыһынса әҙер. Тороп, кирелеп-һуҙылып, һыуыҡ һәм эҫе һыуҙы алмаш-тилмәш һиптереп йыуыныу мәле етә. Был ваҡытта эскән дарыу ҙа яҡшы үҙләштерелә, ти табиптар.
- Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА