Оҙайлы ҡыш көндәренән һуң тәбиғәттә лә, сатлама һыуыҡтарҙан арыған кеше организмында ла, нигеҙҙә, бер үк хәлдәр бара: тормош ҡайнай, гормондар уйнай, йәшәйеш “программалары” ҡайтанан тергеҙелә. Тик бына быларҙың барыһына ла тәбиғәт әҙер булһа, кешеләр иһә улай уҡ түгел. Тап ошо осорҙа арығанлыҡ, хәлһеҙлек һиҙелә башлай. Иғтибарығыҙға түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Һәр иртәне гимнастиканан башла!
Көн һайын иртән физик күнекмәләр эшләү тәүлек әйләнәһенә көс тупларға ярҙам итә. Әйткәндәй, ҡытайҙар һәр иртәне физик күнекмәләрҙән башлай. Был илдәге парктарҙа гимнастиканың төрлө төрө менән шөғөлләнгән кешеләрҙе күреү – ғәҙәти күренеш.
Иртәнге гимнастиканы даими эшләү организмда ҡан әйләнешен, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, токсиндарҙы сығара һәм шатлыҡ, бәхет гормоны – эндорфиндың эшләнеүен тиҙләтә, иғтибарлылыҡты арттыра, стреслы хәлдәрҙән сығырға булышлыҡ итә. Әммә бындай күнегеүҙәр ябай һәм еңел булырға тейеш, юғиһә йоҡонан уянып бөтмәгән организмдың көсөргәнеш кисереүе ихтимал.
Иртәнге гимнастика күңелегеҙҙә ҡәнәғәтләнеү тойғоһон ҡалдырырға тейеш. Хэл Элрод үҙенең тотош донъяға билдәле “Иртә магияһы” тигән китабында, 21 көндө үтеп, 30-сы көнгә барып еткәс, кешелә спорт менән шөғөлләнеү ғәҙәтенең барлыҡҡа килеүен дәлилләй. Ошо ваҡыт үтеүгә, организм еңел генә йоҡонан уянасаҡ, иртәнге зарядкаға ҡарашығыҙ ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Был күнекмәләр әүҙем тормош алып бармағандар өсөн бигерәк кәрәк. Гимнастика оҙайлылығының ярты сәғәттән артмауы зарур.
Бер стакан һыу эс
Иртәнге күнекмәләрҙе башлар алдынан йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яйға һалыу өсөн бер стакан һыу эсергә тәҡдим итә белгестәр. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң 20 минут үткәс тамаҡ ялғау яҡшы икән.
Ғөмүмән, тотош донъя табиптары иртән бер стакан һыу эсергә ҡуша. Был газһыҙ минераль йәки ябай, ҡайнатылған, бал, лимон ҡушылған һыу булырға мөмкин. Яҡшы ғәҙәт ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеген көйләй.
Витаминдар тураһында хәстәрлек күр
Тап март-апрель айҙарында организм витаминдарға ҡытлыҡ кисерә. Шуға ла хәлһеҙлек, арығанлыҡ, эшкә ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүен тоябыҙ. Быларҙың барыһы ла организмға витаминдарҙың етмәүенә бәйле. Тап ошо осорҙа гөлйемеш ярҙамға килер. Уның емеше калий, магний, тимер, марганец, кальций кеүек файҙалы матдәләргә, пектиндарға һәм эфир майҙарына бай. Бынан тыш, составында организмдың иммун системаһын нығытыусы Е витамины, һөйәктәрҙең ныҡлығын, ҡандың ойошоусанлығын тәьмин итеүсе К витамины бар. Бигерәк тә С витамины күп. Беҙ, нигеҙҙә, ҡара ҡарағатта С витамины күп тип уйлайбыҙ, ә гөлйемештә ул тағы ла күберәк.
Гөлйемеш ангина, киҙеү, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм ялҡынһыныу процестарына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Стенокардия, аритмия, гипертония һәм гипотония кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын дауалауҙа төнәтмәһен файҙаланалар.
Бөйөр сирҙәрен, ревматизмды дауалау, шулай уҡ анемиянан, киҙеүҙән түбәндәге төнәтмә ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн бер стакан ҡайнар һыуға ике балғалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған емешен һалырға һәм 10 – 15 минут тоторға кәрәк. Артабан уны һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң эсергә кәңәш итәләр. Иммунитетты нығытыу өсөн ике ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған емеште бер стакан һыуҙа бешерергә һәм һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә була.
Тән ауырлығына иғтибар ит
Оҙайлы ҡыш буйына күптәрҙең тән ауырлығы арта, ә был иһә организмға кире тәьҫир итә. Шуға унан ҡотолоу юлын хәстәрләргә кәрәк, әммә бының өсөн асығыу йәки ҡәтғи диета тотоу талап ителмәй. Бары көндәлек ашау пропорцияһын кәметеү тураһында хәстәрлек күреү зарур. Һәр көн бер үк ваҡытта өс тапҡыр – иртән, төш һәм кисен ашарға тырышығыҙ. Ошо ваҡыт араһында асығыу тояһығыҙ икән, кефир эсергә, алма, кишер ашарға була.
Саф һауала күберәк бул
Саф һауаның кеше организмы өсөн шифаһы баһалап бөткөһөҙ. Йыш ҡына тап кислородтың организмға етешмәүе арығанлыҡ, йоҡомһорау сәбәбенә әйләнә. Аҙнаһына өс тапҡыр булһа ла шәп атлау йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән арынырға, артериаль баҫымды нормала тоторға, иммунитетты нығытырға булышлыҡ итә.
Ата-әсәләр иғтибарына!
Тиҙҙән балаларыбыҙҙың түҙемһеҙлек менән көткән каникул мәле етә. Уларҙың ошо ваҡытты мөмкин тиклем файҙа менән үткәреүе өсөн бер нисә кәңәш:
Айһылыу НИЗАМОВА