Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Бөйөк Петр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты белгестәре ковид менән сирләгәндә неврология проблемалары менән бәйле гендарҙы тапҡан. Яңы мәғлүмәттәр коронавирус менән сирләгәндәр араһында ошондай ҡатмарлыҡтарҙы асыҡлау өсөн клиник тестарҙы эшләү мөмкинлеген бирәсәк.
Ғалимдар еңел йәки урта формала ковид үткәргән, неврология билдәләренә юлыҡҡан 18-25 йәшлек 336 ирекмәнде тикшергән. Сирләгәндә һәм унан һуң бер йыл эсендә баштың ныҡ ауыртыуы, хәтер менә бәйле проблемалар, еҫте юғалтыу, тәм белмәү, депрессия күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә ҡатмарлыҡтарҙың килеп сығыуын күрһәткән дүрт ген табылған.
Уларҙың береһе (FURIN) кеше күҙәнәктәре рецепторҙарын коронавирус менән бәйләнешен көйләй. Был ковидҡа һиҙеүсәнлек тураһында һөйләй.
Икенсеһе (NR1H2) еңел һәм урта кимәлдә сирләгәндә неврология билдәләренең барлыҡҡа килеүе менән бәйле ялһыныу процестарында ҡатнаша.
Өсөнсө һәм дүртенсеһе (SLC6A20, FYCO1) нерв туҡымаһындағы метаболизм процесы менән бәйле, шуға оҙайлы неврология ҡатмарлыҡтары килеп сыға.
“Беҙ асыҡлаған генетик варианттар ковидтың неврология эҙемтәләрен тикшереүселәргә аналилауҙы киңәйтергә һәм ҡатмарлыҡтарға килтергән механизмдарҙы, биологик процестарҙы асыҡларға ярҙам итер”, - тип хәбәр итте әйҙәүсе ғалим, Башҡортостан Хөкүмәтенең “COVID-19 пандемияһының молекуляр-генетик нигеҙҙәренең когнитив һәм психоневрология үҙенсәлектәрен тикшереү” мегагранты етәксеһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының нейрокогнитив һәм геномика лаборатоияһы етәксеһе Александр Канапин.
Өфө генетиктарының уңыштары тураһында Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров та һөйләне. “Белгестәребеҙ тикшереүҙәре COVID-19 менән сирлеләр араһында хәүеф төрөкмөнә ҡарағандарҙы асыҡлау һәм үҙ ваҡытында иҫкәртеү сараларын үткәреү мөмкинлеген бирәсәк”, - тип белдерҙе ул.
Фото: Өфө фән һәм технологиялар университеты.