Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Март 2023, 20:10

Бер нисә йыл түҙеп йөрөй....

Хәҙер ир диспансерлаштырыуҙы ваҡытында үтергә һәм сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булырға вәғәҙә итә.  

Бер нисә йыл түҙеп йөрөй....
Бер нисә йыл түҙеп йөрөй....

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин  социаль селтәрҙә  ашығыс ярҙам дауаханаһы хирургтарының оҫталығы менән 64 йәшлек пациенттың ғүмере һаҡлап ҡалыныуына шатланыуын белдергән.

Аортала 9х17 сантиметр ҙурлығына етеп ныҡ  үҫешкән аневризманы алып ташлау әмәлиәте техник яҡтан бик ҡатмарлы була. Был сир, табиптар әйтеүенсә, йышыраҡ оло кешеләрҙә осрай. Уға нәҫелдән килгән күсәгилешлелек, гипертония, тәмәке тартыу, абдоминаль үҙгәрештәр сәбәпсе булыуы ихтимал. Аневризма ваҡытында аорта тышсаһы ҡатламлана һәм шартлау ихтималы ҙур булған ҡанлы ҡыуыҡ барлыҡҡа килә. Әгәр аневризма йыртылһа, пациенттарҙың 50 проценты медицина ярҙамы ала алмайынса һәләк була.

Пациент Ашығыс медицина ярҙамы клиникаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлексәһендә эс ауыртыуы менән килеп эләгә. Баҡһаң, бер нисә йыл буйына эс ауыртыуы борсоһа ла, табиптарға мөрәжәғәт итмәгән – түҙгән. Компьютер томографияһы унда аневризма барлығын, уның дәүмәлен аныҡ билдәләгән.  

Операция ҡатмарлы булһа ла, профессиональ кимәлдә һәм берҙәм эшләүсе хирургтар бригадаһы әмәлиәтте ике сәғәттә тамамлаған. Ҡан тулған ҡыуыҡты алып ташлағандан һуң, табиптар ҡан тамырҙары тышсаһының ышаныслы протезын ҡуя, аортаны һәм артерияларҙы яһалмалары менән алмаштыра. Бындай әмәлиәт барышында пациенттың бер литр самаһы ҡан юғалтыу ихтималлығы билдәле, тик Cellsaver аппараты ярҙамында 700 миллилитр ҡан тамырҙарға кире ҡайтарылған.

Һаулыҡ һаҡлау министрының әйтеүенсә, пациент үҙен яҡшы тоя, оҙаҡламай тулыһынса һауығасаҡ. Хәҙер ир диспансерлаштырыуҙы ваҡытында үтергә һәм сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булырға вәғәҙә итә.  

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: