Яҙ көнө шифалы үләндәр күренеү менән күптәр балтырғандан аш, ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешерә. Баҡтиһәң, ысынлап та уларҙың шифаһы бик ҙур икән. Был юлы һеҙгә ыумаслы балтырған ашын нисек әҙерләргә кәңәш бирәбеҙ. Уның өсөн 1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Танһыҡ ҡына хуш еҫе, танауҙы ҡытыҡлап, бар өйгә тарал-а-а... Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй, был бигерәк тә бәләкәс балалары булған ғаиләлә иҫәпкә алына – йәш әсәләр мине аңланы инде... Ай, шунда бер арала тоҙ ҙа өҫтәргә кәрәк ине бит! Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ һәм фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.